Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Декабрь 2021, 13:00

Гәзиткә яҙылыусылар бүләкле булды!

Бөгөн, 21 декабрҙә, Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына  “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакциябыҙға ебәреүселәр араһында бүләктәр уйнатылды.

Гәзиткә яҙылыусылар бүләкле булды!
Гәзиткә яҙылыусылар бүләкле булды!

 Йылдағыса, матур йолаға тоғро ҡалып,  2022 йылдың тәүге ярты йыллығына  “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакциябыҙға ебәреүселәр араһында  бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә бүләктәр уйнатылды.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүләктәр  Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһы”  Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы аҡсаһына алынды.

Асҡын районы буйынса барыһы  51 квитанция ебәрҙеләр. Бүләк уйнатыу, коронавирус эпидемияһына бәйле, онлайн форматта үткәрелде.

Шулай итеп, бүләктәрҙе түбәндәге гәзит уҡыусыларыбыҙ отто:

  1. Солтанбәктән Дилбәр Мазһарова
  2. Солтанбәктән Розалия Факкарова
  3. Урмияҙҙан Ралия Әхмәтдинова
  4. Урмияҙҙан Венера Мөфтиева
  5. Ҡаракүлдән Фәйзүнә  Ғаянова
  6. Иҫке Мутабаштан Миләүшә Ғәлина
  7. Асҡындан Гөлназ Чикурова
  8. Үршиҙенән Фәнизә Сәлимгәрәева
  9. Табаҫҡытамаҡтан Глафира Фәйершина

   “Йәнтөйәк” менән бергә ҡалыусы дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ, бүләк алып ҡыуанғандарҙы ҡотлайбыҙ!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килеүсе Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Наилә Имаева.

 

Гәзиткә яҙылыусылар бүләкле булды!
Гәзиткә яҙылыусылар бүләкле булды!
Читайте нас: