Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Декабрь 2021, 14:35

"Шәп инәй-2021" шәп булды!

Республикабыҙҙа иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын йомғаҡлап “Шәп инәй” конкурсы уҙҙы.

"Шәп инәй-2021" шәп булды!
"Шәп инәй-2021" шәп булды!

Әбйәлил районы халҡы үҙенең дәртле һәм талантлы булыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. “Шәп инәй” конкурсында райондың төрлө ауылдарынан бөтәһе 17 инәй ҡатнашты.

Шәп инәйҙәр-әсәй ҙә, өләсәй ҙә, ағинәй ҙә улар. "Ҡараштары сабыр, һөймәлекле, көлөүҙәре шундай яғымлы, ябайыраҡ кеүек, алсағыраҡ инәйҙәр" тигән шиғыр һүҙҙәренә ҡушылып, ысынлап та, шәп инәйҙәр рәхәтләнеп бейене лә, спорт менән дә шөғөлләнде, үҙҙәре менән таныштырып, йыр-моңға, бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте, матур күлдәктәр кейеп, әле булһа йәш, дәртле булыуҙарын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

Конкурстың "Баҫалҡы", "Йәтеш", "Мөләйем", "Сая", "Һөймәлекле", "Етди" тигән номинацияларына лайыҡ булыусылар Маҡтау ҡағыҙына һәм аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды. Шулай уҡ бөтә еңеүселәргә лә Асҡарҙағы "Йорт" магазинына сертификаттар тапшырылды.

Бәйгенең гран-приһын Флүрә Рәхмәтуллина яулаһа, "Тамашасы һөйөүе" призына Һәҙиә Талхина лайыҡ булды, ә Гөлсирә Ҡаһарманова "Интернет-еңеүсе" булып табылды.

Был сара ил Президенты Влоадимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән "Демография" милли проектының һәм Башҡортостанда тормошҡа ашырылған дәүләт милли сәйәсәтенең бурыстарына һәм маҡсаттарына ла тура килә. 

Фотолар: Әбйәлил район мәҙәниәт йорто сайтынан.

Автор: Кәримә Усманова.

"Шәп инәй-2021" шәп булды!
"Шәп инәй-2021" шәп булды!
Автор:
Читайте нас: