Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Декабрь 2021, 14:10

Радий Хәбиров ата-әсәләр менән һөйләште

«Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы «Туған тел – изге аманат» республика ата-әсәләр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Сара алдынан республика етәксеһе  «Акбуҙат» журналының 30 йыллығына, «Тамыр» телеканалы ойошторған башҡорт ырыуҙары ғаиләләренә арналған күргәҙмә менән танышты.

Осрашыуҙы асып, Радий Хәбиров башҡорт телендә сығыш яһаны.

– Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, коллегалар! Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең менән күптән осрашырға теләгәйнем, сөнки фекерҙәр бар, кәңәшләшергә кәрәк. Һеҙ беләһегеҙ,  күп энергия, ваҡытыбыҙ коронавирус менән көрәшеүгә китә. Әммә бына бөгөн осраштыҡ, йыл аҙағында бергәләп мөһим һорауҙар буйынса кәңәшләшәйек, – тине Радий Хабиров.

Республика етәксеһе, Ата-әсәләр форумы -  Башҡорт теле аҙнаһын тамамлаусы сара, тип билдәләне.

– 14 декабрҙә беҙ Башҡорт теле көнөн билдәләнек. Был байрам – Бөтә донъя башҡортарының иң шәп башланғыстарының береһе. Ошо көн юҡҡа һайланмаған - бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө билдәләнә, - тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.  Мәҫәлән, Бишбүләк районында муниципалитет  гимнын биш телдә башҡаралар:  рус,  башҡорт,  татар, сыуаш, мордва телдәрендә.

– 2024 йылға  Башҡортостанда 10 полилингваль гимназия булдырыласаҡ, улар республика киләсәгенең локомотивы булырға тейеш. Өс учреждениены сафҡа индерҙек һәм был ниәткә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Иң мөһиме – улар ябай мәктәпкә әүерелмәһен. Уларҙа иң шәп уҡытыусылар эшләргә, иң яҡшы уҡытыу алымдары ҡулланылырға тейеш. Нефтекамала татар полилингваль гимназияһын астыҡ, Мишкә районында мари гимназияһы буласаҡ. Унан тыш, сыуаш теле тәрән өйрәнеләсәк муниципалитет билдәләнәсәк, унда ла полилингваль учреждение булдырыласаҡ, – тине Радий Хәбиров. 

Башҡортостан Башлығы  туған телде өйрәнеүҙә заман алымдары етешмәй, тип билдәләне. Башҡорт телен үҫтереү фонды яңы алымдар булдыра һәм был йүнәлештә эште дауам итеү зарур. Унан тыш, район-ҡалаларҙа туған телдә аралашыу урыны булған балалар-ата-әсәләр үҙәктәре будырыу мөһим, тине республика  етәксеһе. Бынан тыш,  тарихи иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү мөһим.

– Беҙ республикала тергеҙелгән исемдәр музейы булдырабыҙ. Унда беҙҙең данлыҡлы милләттәштәребеҙҙең экспозициялары буласаҡ.  Һүҙ Миңлеғәли Шайморатов, Таһир Кусимов һәм башҡалар тураһында бара, - тине Радий Хәбиров.  

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе  Эльвира Айытҡолова  әйтеүенсә, 2020 йылда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, ул 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән.

–  Бөгөнгө Ата-әсәләр форумы Башҡортостан Башлығы гранты сараларына үткәрелә. Уға әҙерлек барышында беҙ  ҙур аналитик эш башҡарҙыҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса, полилингваль гимназияларҙа һәм милли мәктәптәрҙә балаларын уҡытҡан ата-әсәләрҙең 80 проценты уҡытыу сифаты менән ҡәнәғәт. Күпселек ата-әсә туған телдәрҙе өйрәнеү яуаплығы дәүләт, власть иңендә ята тип билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең 30 проценты ғына уҡытыу пландарын төҙөүҙә ҡатнаша. Уларҙың өлөшө күпкә ҙурыраҡ булырға тейеш, - тине Эльвира Айытҡолова.

Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Ул был сараны даими итеү башланғысын хупланы, уны Башҡорт теле уҡытыусылары форумы менән берләштергәндә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, тине.

Форум ҡатнашыусыһы  Ләйсән  Әхмәтшина  башҡорт телендәге контенттты киңәйтеү мәсьәләһен күтәрҙе. Радий Хәбиров был йәһәттән һуңғы йылдарҙа башҡорт телендә донъя күргән китаптарҙың, методик ҡулланмаларҙың һаны бермә-бер артыуын билдәләне.

– Республиканың Мәғариф  һәм фән министрлығына  баш ҡаланың китап магазиндарында башҡорт телендәге китаптарҙың һаны буйынса мониторинг яһарға ҡушҡайным. Кәрәк булһа, тиражды мотлаҡ арттырасаҡбыҙ. Тиҙҙән  режиссёрҙар һәм сценаристар менән осрашыу ойошторорға ниәтләйем, унда ла был мәсьәлә күтәреләсәк. Унан тыш, «Тамыр» телеканалы башҡорт телендә бик матур тапшырыуҙар эшләй һәм аяғында ныҡлы баҫып тора, - тине Радий Фәрит улы.

Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестры етәксеһе, полковник Азат Шаһмөхәмәтов Башҡортостан Башлығына йыл һайын Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда үткән  халыҡ-ара  «Спас башняһы» фестивалендә ҡатнашыу өсөн башҡорт  тынлы оркестры булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығына республиканан ғариза төҙөргә ҡушты.

Унан тыш, ошоға оҡшаш фестивалде республикала ла, Совет майҙанында, 2022 йылда уны төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, ойошторорға мөмкин. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был йәһәттән төрлө варианттар ҡарала тип белдерҙе.

Шулай уҡ һөйләшеү барышында йәмәғәт урындарында башҡорт теле элементтарын индереү мәсьәләһен телгә алды. Мәҫәлән, төбәк һәм төбәк-ара юлдарҙа башҡорт телендәге юл билдәләре ҡуйыла башлаған.

Режиссёр Булат Йосопов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге сиктәрендә киләһе йылды Мәҙәниәт йылы итеп иғлан итергә тәҡдим яһаны, шулай уҡ башҡорт телендәге фильмдарҙы прокатҡа сығарыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе үтенде.

Радий Хәбиров уға «Беренсе республика» фильмы өсөн рәхмәт әйтте, уның мәҙәниәт йылы буйынса башланғысын хупланы.

– Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән беҙҙең матур байрамдарыбыҙ бар: Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө. Унан тыш «Юғарыға ос!» мәктәп программаһы сиктәрендә милли бейеүҙе үҫтереү зарур. Бөгөнгө осрашыу бик фәһемле булды. Беҙ һеҙҙең ҡыҙыҡлы, төрлө башланғыстарығыҙҙы хупларға әҙербеҙ, – тине Республика Башлығы.  

Осрашыу аҙағында  Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаларына юғары наградалар тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Автор:
Читайте нас: