Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 16:40

Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес

 Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә,  Асҡын районы хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары  Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина Солтанбәк урта мәктәбендә башҡорт теленән дәрес үткәрҙе.  

Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес
Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес

 

Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы дәрес үткәреү  өсөн Солтанбәк урта мәктәбен осраҡлы һайламай.  Сөнки  ул үҙе лә Солтанбәк ауылында тыуып үҫә һәм  урындағы мәктәптә белем ала. Ҡайҙа ғына булһа ла, тыуған ауылы, халҡы менән ғорурланыуын йәшермәй.   

Туған тел, милләтебеҙҙең киләсәге өсөн янып торған Эльвиза Мәғсәт ҡыҙының дәресе лә  башҡорт теленә һөйөү һәм хөрмәт менән һуғарылған.

 Бөйөк мәғрифәтсе, философ һәм шағир булған Мифтахетдин  Аҡмулланың бөгөн тыуған көнө. Уның тыуыуына 190 йыл тулды. Шуға ла дәрес башында Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы  башҡорттарҙы аң-белем алырға саҡырған мәғрифәтсе тураһында бик ентекле мәғлүмәт бирә. Ни өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип атағанын да ябай тел менән аңлата ул.

Уҡыусылар менән бергәләп Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын уҡыйҙар.

Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы балаларҙы  туған телде ҡәҙерләргә, һаҡларға, туған телдә аралашырға саҡыра. Сөнки туған тел башҡа телдәрҙе өйрәнеү өсөн нигеҙ булып тора.

 Эльвиза Ғәйзуллинаның атаһы Мәғсәт  Ғимран улы ла шиғри күңелле кеше була. Ул ауыл тарихы, ауылда йәшәгән нәҫелдәрҙең шәжәрәһен төҙөү менән шөғөлләнә. Шуға ла ул был юҫыҡта бик бай материал туплап ҡалдыра.

 Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы дәрестә уҡыусыларға атаһынан ҡалған шәжәрәләрҙе күрһәтеп, уҡыусыларҙы үҙҙәренең нәҫел тамырҙарын белергә, артабан төплөрәк өйрәнергә дәртләндерә.  Мәғсәт ағай яҙып ҡалдырған шәжәрәнән уҡыусылар кем уҙарҙан үҙҙәренең нәҫел ептәрен табып,  барлап күрһәтә.

 Шулай йәнле аралашыуға ҡоролған дәрес бик матур һәм фәһемле уҙа.

“Был дәрес үҙемә бик оҡшаны. Балалар ихлас тыңлап, һорауҙарға яуап бирҙе. Үҙҙәре лә миңә һорауҙар бирҙе. Уҡыусылар  шәжәрә төҙөргә дәртләнеп, сәмләнеп ултырҙы. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә туған телдә һөйләшергә, уны һаҡларға һүҙ бирҙе”,  -  тип тәьҫораттары менән бүлеште Солтанбәк ауылының кураторы, бөгөн башҡорт теле һәм әҙбиәте уҡытыусыһы ролендә булған  Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы.

 Наилә Имаева.

 

 

 

Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес
Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес
Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес
Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес
Тәрән йөкмәткеле, рухлы дәрес
Читайте нас: