Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 14:15

“Шатлыҡ”тарҙан ҡайнар сәләм!

14 декабрь — Башҡорт теле көнө  уңайынан  Солтанбәк ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы коллективы  изге  теләктәрен  һәм йырлы-моңло сәләмдәрен  еткерҙе.

“Шатлыҡ”тарҙан ҡайнар сәләм!
“Шатлыҡ”тарҙан ҡайнар сәләм!

Солтанбәк ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында  башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә.  7  декабрҙән 14-енә тиклем дауам иткән Башҡорт теле аҙналығында ла улар бик әүҙем ҡатнашты.  Үҙ эшенә бар күңелен һалған тәрбиәселәр һәр көндө фәһемле, рухлы саралар үткәрҙе.  Тәрбиәләнеүселәр менән башҡорт телендә  шиғырҙар ятланы, йырҙар өйрәнде, бейеүҙәр бейене, төрлө йолаларҙы бергәләп сәхнәләштерҙе.  Уларҙың  йәнле һәм сағыу эшмәкәрлеген социаль селтәрҙәрҙә лә ҡарап барып, һоҡландыҡ.

 Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, кескәйҙәрҙе илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгәндәре өсөн был  ижади коллективҡа     сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан ад уңыштар теләп ҡалабыҙ. “Шатлыҡ”тарҙан киләсәктә лә гел шатлыҡ, башҡорт рухы бөркөлөп торһон!

 Наилә Имаева.

 

 

“Шатлыҡ”тарҙан ҡайнар сәләм!
“Шатлыҡ”тарҙан ҡайнар сәләм!
Читайте нас: