Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Декабрь 2021, 10:20

Мөхәррир менән онлайн осрашыу

Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова «Ете аҙым» марафонының «Башҡорт теле - сабырлыҡ теле» тигән девиз буйынса үтеүсе алтынсы көнөндә уҡыусылар менән ауыл китапханаһында фәһемле сара һәм   онлайн осрашыу үткәрә. Тулыраҡ сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ:    

Мөхәррир менән онлайн осрашыу
Мөхәррир менән онлайн осрашыу

 

Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова «Ете аҙым» марафонының «Башҡорт теле - сабырлыҡ теле» тигән девиз буйынса үтеүсе алтынсы көнөндә 6-сы класс уҡыусылары менән ауыл иктапханаһына барып, китапханасы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова менән берлектә «Йәнтөйәк» гәзитенең баш мөхәррире Наилә Зайнулла ҡыҙы Имаева менән онлайн осрашыу үткәрә.

Асҡын районы редакцияһында 20 йылға яҡын эшләүсе Наилә Зайнулла ҡыҙы уҡыусыларға журналист эшенең үҙенсәлектәре, ауыл хәбәрселәре тураһында һөйләп, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә һәм уларға фәһемле кәңәштәрен еткерә.

Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы уҡыусыларға район һәм республикала сығыусы матбуғат баҫмалары, уларҙа нисек районыбыҙ тормошо сағылыуы, Иҫке Ҡаҙансы ауылы һәм уның халҡы тураһында ла йыш мәҡәләләр баҫылыуы, ауыл хәбәрселәре, районыбыҙҙың һәм ауылдың күренекле шәхестәре тураһында бик бай мәғлүмәт еткерә.

 

Был осрашыу уҡыусылар өсөн бик фәһемле, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды», - ти ижади ҡарашлы, әүҙем, рухлы уҡытыусы Альмира Таһирйән ҡыҙы.

 

 

Мөхәррир менән онлайн осрашыу
Мөхәррир менән онлайн осрашыу
Мөхәррир менән онлайн осрашыу
Мөхәррир менән онлайн осрашыу
Мөхәррир менән онлайн осрашыу
Читайте нас: