Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Декабрь 2021, 09:25

Әҙәбиәт - әҙәпкә өйрәтеүсе фән

Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонының бөгөн 5-се көнө һәм бөгөнгө көн “Башҡорт теле — әҙәпле тел” девизы аҫтында үтә. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Хөрмәт  ҡыҙы Мөҡимова әҙәбиәттең тәрбиәүи көсө тураһында һөйләне.  

Әҙәбиәт - әҙәпкә өйрәтеүсе фән
Әҙәбиәт - әҙәпкә өйрәтеүсе фән

 

Беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре бик ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Әҙәбиәт дәреслектәре балаларҙы тормошҡа әҙерләй. Әҙәби әҫәрҙе уҡығандар һәр саҡ ниндәй ҙә булһа фәһемле кәңәштәр ала. Мәҫәлән, Сәғит Ағиштың “Ҡунаҡ һәм намыҫ” исемле хикәйәһен уҡығандан һуң балаларҙа әҙәп төшөнсәһе бигерәк тә күңелдәрендә ныҡ һеңеп ҡала.

Был әҫәрҙә бер егет ауылға ҡунаҡҡа килә һәм һабантуй мәленә осрай. Көрәш майҙанында бил бирмәҫ батырға ҡаршы сығырға бер кем дә батырсылыҡ итмәй. Ҡунаҡ егетте өгөтләп сығаралар һәм ул ауыл батырын еңә. Ул еңеүсе булып ҡайтып китә.

Йылдар үткәс, улар тағы көрәш майҙанында осраша, тик теге ауыл батыры был ҡунаҡты еңә. Аптырап ҡала ул һәм һорай: “Нисек инде, мин бит һине ауылығыҙға ҡунаҡ булып килгәндә еңгәйнем, ә хәҙер һинән еңелдем”, - ти. Ауыл батыры: “Ул саҡта бит һин беҙҙең ауылға ҡунаҡ булып килгәйнең. Ә беҙҙә ҡунаҡтарға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтә торған әҙәп бар. Шуға мин әҙәп һаҡлап, һинән еңелгәйнем”, - ти. Хикәйә шулай тамамлана.

Ошо әҫәрҙе уҡығандан һуң уҡыусыларҙа килгән ҡунаҡтарға ҡарата хөрмәт, әҙәп күрһәтергә кәрәклеге хәтерҙәренә һеңеп ҡала.

Ғөмүмән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре уҡыусыларҙа әҙәп, туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәре тәрбиәләй. Шуға ла мин балаларҙы әҙәбиәт менән дуҫ булырға саҡырам. Әҙәбиәт - әҙәпкә өйрәтеүсе фән ул”, - тип һөйләне 40 йыл ғүмерен балаларға башҡорт теле серҙәрен асыуға, уларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә арнаған Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2007” бәйгеһе еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы лауреаты, Башҡорт теле һәм әҙәбиәтеуҡытыусыһы-2011” төбәк-ара конкурсы лауреаты  Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова.

 

Наилә Имаева яҙып алды.

Әҙәбиәт - әҙәпкә өйрәтеүсе фән
Әҙәбиәт - әҙәпкә өйрәтеүсе фән
Читайте нас: