Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Декабрь 2021, 10:25

Мәҡәлдәрҙә — халыҡ аҡылы

Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙың 3-сө көнө “Башҡорт теле — аҡыл теле” девизы аҫтында үтә һәм башҡорт халыҡ мәҡәлдәренә арнала.

Мәҡәлдәрҙә — халыҡ аҡылы
Мәҡәлдәрҙә — халыҡ аҡылы

Мәҡәл — ул халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған.  Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән, халыҡтың һөйләү телмәрен биҙәү, уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттырыу өсөн ҡулланыла.


АҠЫЛ тураһында мәҡәл һәм әйтемдәр

*Аҡыл көстө еңә.

*Аҡыл менән алтын табыла, алтын менән аҡыл табылмай.

*Аҡыл төбө - тәжрибә.

*Аҡыл һатма, үҙеңә ҡалмаҫ.

*Аҡыл эйәһен табыр.

*Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән.

*Аҡылдың үлсәүе — һүҙҙә.

*Аҡылды аҡсаға һатып алып булмай.

*Аҡылдың юлдашы — бәхет.

*Аҡылдың ҡулы нәфсенең теҙгенен тотор.

*Аҡылды сәсеп үҫтермәйҙәр.

*Аҡыл йәштә түгел, башта.

*Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын.

*Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма.

*Аҡыл — алтын.

*Аҡыл — теҙген, ҡылыҡ — ат, теҙгенеңде белеп тарт.

*Аҡыллы алға барыр, артына ҡарар.

*Аҡыллы кешенең һүҙе алдан йөрөр.

*Аҡыллыға баш ҡиммәт,

 Аҡылһыҙға мал ҡиммәт.

*Аҡыллыға — ишара.

*Аҡыллының аты ла арымай, туны ла туҙмай.

*Аҡыллының ҡәҙере ахмаҡ янында беленер.

*Аҡылһыҙ башҡа алтын бүрек файҙа бирмәҫ.

*Аҡылы юҡтың яҡыны юҡ.

*Аҡылыңды өскә бүл: береһен һөйлә, икеһе эстә торһон.

*Алтының булғансы аҡылың булһын.

*Аң-белем — мәңгелек ғилем.

*Асыу — дошман,

Аҡыл — дуҫ,

Асыуыңа аҡыл ҡуш.

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

 

 

 

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: