Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Декабрь 2021, 09:10

Нимә ул иман?

Ошо  хаҡта  30 йыл ғүмерен балаларға  башҡорт  теле    һәм әҙәбиәтенән белем биреп,  туған телгә һөйөү тәрбиәләгән мәғариф ветераны,  Ырымбур “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә 3-сө курста уҡып йөрөүсе  Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова һөйләне.    

Нимә ул иман?
Нимә ул иман?

"Мин 30 йылдан артыҡ мәктәптә балаларға туған тел нескәлектәрен өйрәттем. Уҡыусыларға һәр милләт кешеһе өсөн үҙ телен һәм халҡының тарихын белеүҙең мөһимлеген төшөндөрҙөм.

Аллаһ Сөбхәнәһү үә Хаҡ Тәғәлә беҙгә ғилем алыуҙы фарыз ғәмәл итеп бойорған. Шуға ла беҙ тыуғандан алып үлгәнсә ғилем эстәргә тейешбеҙ.

Халҡыбыҙ элек-электән иманлы халыҡ булған.  Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә лә иман тәрбиәһе ята.

Ә нимә ул иман?

Иман, дини күҙлектән ҡарағанда, мосолман диненең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған Исламдың ысынлығына ышаныу. Исламда һәр бер бәлиғ һәм аҡылы булған кешегә фарыз (тейешле) иҫәпләнгән оло ғибәҙәттәрҙең беренсеһе – иман. Иман – Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәренә йөрәк менән ышаныу, ышанғанды тел менән әйтеү. Үҙенең Аллаһҡа һәм Уның пәйғәмбәренә ышаныуын иҫбатлар өсөн кеше  “Кәлимәи Шәһәдәт” әйтергә тейеш.Был имандың башланғыс баҫҡысы. Шунан һуң кеше динде өйрәнергә һәм имандың һәр терәгенә ышанырға тейеш.

  Үҙенең сәйәси эшмәкәрлеге менән Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы билдәле башҡорт шәхесе, ғалим – шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған, эмиграцияға китер алдынан, халҡына яҙған хушлашыу хатында, мөһим мәсьәләләрҙе билдәләп, “... дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү”гә ныҡлы иғтибар йүнәлтергә ҡуша.

Мин үҙем,  хаҡлы ялға сыҡҡас, Ырымбур “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә уҡырға индем, әле  3-сө курс шәкертемен.

 2020 йылда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия инстутында  “Ислам дине буйынса белем биреү педагогы” 

(Педагогика в системе Исламского образования) йүнәлеше буйынса әҙерлек курсы үтеп, диплом алдым.

 Мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән”дә  Аллаһ:”Иннәд-динә ғиндәллаһель Ислам”, - ти. Йәғни, “Аллаһ ҡаршыһында яҡшы булған дин – Ислам дине”, ти. Ислам яңы дин түгел, Аллаһ бөтә пәйғәмбәрҙәргә лә, асылда, бер Аллаһҡа ғына ышанырға ҡушҡан. Ә ҡәүемдәр, ваҡыт үтә килә, динде үҙҙәренә ҡулайлаштырып үҙгәрткән.

 Ислам – тыныслыҡ- именлек, рәхим-шәфҡәт, игелек-изгелек  дине. Исламды тотҡан кеше иманлы. Ғаләмдәр Раббыһы: ”Һәр бер иман килтереүсе – бер-береһенә туған”, - ти “Ҡөрьән”дә. Тимәк, мосолмандарға бер-береһе менән ыҙғышыу, әрләшеү, асыу һаҡлау, үс алыу кеүек насар күренештәр ят, хәрәм. Ә инде ауырлыҡта бер-береңә ярҙам итеү, булышыу, һәр ваҡыт күркәм мөғәмәлә булыу -  яҡшы ғәмәл, фарыз. Имандың бәрәкәте лә шунда.

Ислам – тәрбиә дине. Ул кешеләрҙе мәрхәмәтле, ғәҙел, намыҫлы, сабыр булырға өйрәтә; теленә, милләтенә, тән төҫөнә, байлығына ҡарамаҫтан, бер-береһен хөрмәт итергә саҡыра. Барлыҡ мосолмандар ҙа Аллаһ ҡаршыһында тигеҙ. Тап ошо һыҙаттар кешеләрҙең рухын күтәрә, уларға көс һәм ышаныс өҫтәй. Иманлы кешенең теленән дә, ҡулынан да бер кемгә лә бер ниндәй ҙә насарлыҡ килергә тейеш түгел.

Мосолман өсөн Аллаһҡа ышанып йәшәү тормошта рәхәтлек бирә, эштәреңде тәртипкә һала,  Аллаһ – уның терәге, көсө, ҡеүәте, шунлыҡтан, ул, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса, Аллаһ ҡушҡанын үтәй, тыйғанынан тыйыла.

Дин ул – әҙәм балаһының донъяға ҡарашы, тотҡан юлы, тимәк, динле кеше – юллы кеше, динле милләт – юллы милләт.

Еребеҙҙә бик етеҙ юлдар менән глобалләштереү процесы бара икән, беҙ, милләт булараҡ, үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәк,  күренекле шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған әйткәнсә, динебеҙҙе  һәм телебеҙҙе һаҡлау өсөн, уларҙы өйрәнергә, кисекмәҫтән, уларға йәбешергә тейешбеҙ!" - тип туған телде һаҡларға, өйрәнергә, ҡәҙерләргә саҡырҙы оло хөрмәткә лайыҡ  ағинәй Сәлимә Әнүәр ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Нимә ул иман?
Нимә ул иман?
Читайте нас: