Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Декабрь 2021, 09:50

Иманлы, рухлы ғаилә

  Камилә һәм Рөстәм Хәсәновтар  —  Асҡын ауылында йәшәүсе рухлы, әҙәп-иманлы  ғаиләләрҙең  береһе.  

Иманлы, рухлы ғаилә
Иманлы, рухлы ғаилә

Мөхәббәтле, татыу ғаиләлә ата-әсә һөйөүенә төрөнөп,  береһенән-береһе теремек дүрт ул үҫеп килә. Иң олоһо  Әзизгә   —  11 йәш. Ул Асҡын 1-се урта мәктәбендә 5-се класта белем ала. Әмиргә һигеҙ йәш. Ул 2-се  класта  уҡый. Бөтәһенең дә иғтибарын үҙенә йәлеп итеп, өй эсендә орсоҡ кеүек өйөрөлөп йөрөүсе  Ғүмәргә дүрт йәш. Ул “Күк сәскә” балалар баҡсаһына йөрөй.  Иң бәләкәйҙәре Мөхәммәткә дүрт ай тулған.  Ул әсәһенең бишек йырҙарын ғына тыңлап, иҙерәп йоҡоға тала. Иҫ-киткес матур, илаһи күренеш.

Хәстәрлекле  ата-әсә  балалары  рухлы,  тәрбиәле, белемле, һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн бөтә уңайлы  шарттар ҙа тыуҙырған.  Тырышып белем алыр өсөн айырым  бүлмәлә уҡыу  кәрәк-яраҡтары  бар, спорт менән шөғөлләнер өсөн дә кәрәкле ҡоролмалар яйланған. Бәләкәйҙән спорт  менән дуҫ малайҙар  мәктәптә һәм районда үткәрелгән спорт ярыштарында ла ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Дәрестән һуң  улар  шахмат, футбол, йөҙөү буйынса күнекмәләр алыр өсөн секцияларға йөрөй.

 Шуныһы бик һөйөндөрә: был ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларға милли үҙаң бәләкәй саҡтан һалына.  Ата-әсә  уларҙы туған телдә һөйләшергә,  башҡортса  йырҙар йырларға, шиғырҙар һөйләргә өйрәтә, сабыйҙарына  башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләй.

 Рөстәм Фәүзәт улы балаларына нәҫел тамырҙары тураһында һөйләп, аңлатып үҫтерә.  Яҡын арала  әле ҡағыҙға ғына яҙылған  шәжәрәне ҙур итеп эшләргә дәртләнгәндәр. “Шәжәрәбеҙҙе ҙурайтып  эшләп, өй түренә элеп ҡуйырға теләйем. Был балаларҙа олатайҙар, өләсәйҙәр менән ғорурланыу хисен тәрбиәләр, уларҙың рухлы, иманлы булып үҫеүенә ярҙам итер. Туған телебеҙ  – башҡорт телен камил белеү өсөн тырышабыҙ.  Нәҫелебеҙ ишле, балаларыбыҙ игелекле, тәүфиҡлы булһын!”  –  ти ғаилә башлығы.

Йүнсел ғаилә ҡош-ҡорт ҡарай, бал ҡорттары тота,  баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. Ата-әсәһенә эйәреп,  малайҙар бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе  лә алып үҫә, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсептәргә өйрәнә.

Хәсәновтар  ғаиләһе сәләмәт тормош алып барыуҙары һәм барлыҡ туғандары менән тығыҙ аралашып, ярҙамлашып йәшәүҙәре менән дә күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Йәштәрҙең Рөстәмдең әсәһе Сәүиә апай  менән бер ҡыйыҡ аҫтында үҙ-ара килешеп, татыу  ғүмер итеүҙәре, динебеҙгә ихтирам, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларыбыҙҙың һаҡланыуы, шәриғәт ҡанундарын үтәп йәшәүҙәрен күрһәтә.  Өләсәй кеше  балаларҙы  бәләкәйҙән әҙәпкә, бүтәндәргә ҡарата миһырбанлыҡҡа,  олоно – оло, кесене – кесе итергә өйрәтә.

Йорттағы бөхтәлек, таҙалыҡ хужабикәнең өлгөрлөгө, уңғанлығы тураһында һөйләй. Бар эшкә лә оҫта Камилә ғаиләһен хәләл ризыҡтар әҙерләп, милли аш-һыу бешереп һыйлай.

Һәр таңды  изге доғалар менән ҡаршы алып, һәр эшкә “бисмилла” менән тотонған  ата-әсә менән бергә балалар ҙа  бер ҡатарҙан мәсеткә йөрөй. Малайҙар Асҡын үҙәк мәсетендә һәр шәмбе һайын үткәрелгән  дини дәрестәрҙә лә ислам нигеҙҙәре буйынса белем-тәрбиә ала, ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Ата-әсә, өләсәй менән бергә малайҙар ҙа  намаҙға баҫҡан, ә өлкән улдары Әзиз аҙан әйтергә лә өйрәнгән. Ата-әсәһенең, өләсәһенең вәғәз һәм нәсихәттәрен тыңлап үҫкән малайҙар үҫкәс тә үҙ асылдарына, иманына тоғро ҡалыр.

Наилә Имаева.

 

Иманлы, рухлы ғаилә
Иманлы, рухлы ғаилә
Иманлы, рухлы ғаилә
Иманлы, рухлы ғаилә
Иманлы, рухлы ғаилә
Иманлы, рухлы ғаилә
Читайте нас: