Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Декабрь 2021, 12:30

Иман ҡайта ауылдарға

Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса  методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова  ла “Ете аҙым”  марафонының тәүге көнөнә ҡарата уй-фекерҙәре менән бүлеште.

Иман ҡайта  ауылдарға
Иман ҡайта ауылдарға

“Бик матур,   шундай фәһемле сара уйлап, ойошторғандар. Бик ҡыуанып был  марафонға мәктәп коллективтары менән ҡушылдыҡ.  Бөгөнгө көндөң девизы: “Башҡорт теле — иманлы тел”. Тәрән мәғәнә ята был һүҙҙәрҙә. Сөнки иманлы кеше, туған телен, тарихи тамырҙарын өйрәнеп, йәшәген ерен данлап ғүмер итә. Иманлы ғаиләлә иманлы балалар үҫә.  Нәҡ улар мәктәптәребеҙҙә белем алып, телебеҙҙе данлай, һаҡлай. Улар беҙҙең киләсәгебеҙ.

 Мин бик бәхетле кеше, сөнки үҙемде белә башлағандан бирле (ә мин совет осоро балаһы), олатайымдың аҙан әйткәнен , көйләп Ҡөрьән аяттарын уҡығанын тыңлап үҫтем. “Килер шундай ваҡыт, иман ҡайтыр ауылыма”, —   тип гел әйтә торғайны.  Ошо ваҡыттар килеп етте, һәр ауылда иман йорттары -  мәсеттәр гөрләп эшләй, иманлы ауылда иманлы кешеләр йәшәй. Иманлы, тимәк, тәүфиҡлы, мәрхәмәтле, олоно — оло, кесене  кесе иткән, тәрбиәле һәм белемле Кеше”, — тип  уй-фекерҙәре менән бүлеште район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса  методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова.

Наилә Имаева.

Иман ҡайта  ауылдарға
Иман ҡайта ауылдарға
Читайте нас: