Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Декабрь 2021, 07:45

Башҡорт теле – иман теле

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн, 7 декабрҙә, “Ете аҙым” марафонының беренсе көнө башланды. Бөгөнгө көн девизы: “Башҡорт теле — иман теле”.

Башҡорт теле – иман теле
Башҡорт теле – иман теле

 

Бөгөн, 7 декабрҙә, Башҡорт теле көнөнә һәм күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу уңайынан ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ, “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, бөйөк Аҡмуланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ. 

 

НӘСИХӘТТӘР

Иң әүүәле кәрәк нәмә – иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
"Хоҙай, кисер!" - тигән менән эш бөтмәйҙер,
Иман шартын өйрәнмәһә – Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер!" - тиеү – хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән – мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә лә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.

Мифтахетдин АҠМУЛЛА

Нимә ул иман?

 

 

Иман – ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемеңдә үҙеңә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлығын раҫлап торорға тейеш.

 

Читайте нас: