Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
11 Ноября 2021, 10:00

Унлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнашты

Республикала Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡорт ырыуҙары йыйындары үтте. Ошо саралар ваҡытында «Тамыр» телеканалы «Нурбостанға сәйәхәт» исемле тапшырыуҙар циклы һәм башҡорт ырыуҙарының, ошо иҫәптән Унлар ырыуының өлгөлө ғаиләләре өсөн фотосессия ойошторҙо.

Унлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнаштыУнлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнашты
Унлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнашты

Был ырыу вәкилдәре Ҡариҙел, Асҡын, Балтас райондары территорияһында, беҙҙең муниципалитетта – Яҡуп, Хәлил, Яңы Йәнсәйет, Иҫке Аҡбүләк, Яңы Аҡбүләк, Юлдаш, Туйыш, Тигермән, Абдулла, Малик, Ҡараяр, Шамрат, Маты, Бөрөнгөт, Дүртөйлө, Киҙәсе, Кантон ауылдарында йәшәй.

Беҙҙең райондан «Ғаилә тамырҙары» төбәк-ара күргәҙмәһендә Яңы Бәрҙәштән Сәмиғуллиндар, Нурисламовтар, Ҡараярҙан Мозафаровтар, Ҡыҙрасовтар, Абдулланан Солтановтар ғаиләләре ҡатнашты.

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы.

Унлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнашты
Унлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнашты
Унлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнашты
Унлар ырыуы вәкилдәре фотокүргәҙмәлә ҡатнашты
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас