Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
24 Октябрь 2021, 04:00

Тамырҙарыңды белеү — оло бәхет

Йәй көнө “Бөрө ҡәлғәһе” тарихи паркында үткән “Сағыраҡ” фестивалендә ҡатнашыусы Эдуард Хәбибуллин сарала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы үҙенең нәҫел, тыуған яҡ тарихын ныҡлап белеүе менән һоҡландырғайны. Ир туғандары яғынан Эдуард — Салауат районында ғүмер итеүсе Мырҙалар нәҫеле башҡорто.

Тамырҙарыңды белеү — оло бәхетТамырҙарыңды белеү — оло бәхет
Тамырҙарыңды белеү — оло бәхет

Тарихи документтарҙа күрһәтелеүенсә, Мырҙалар — Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған башҡорт ҡәбиләһе. Риүәйәттәр буйынса, ҡәбилә башлығы Уралға бүре артынан килеп төпләнгән Мырҙабәк булған. Көньяҡ Уралда Мырҙалар башта Әй, Ағиҙел, Яйыҡ, Миәс йылғалары биләмәләренә урынлашҡан. XIV быуат аҙағында Табын ырыуы баҫымы булғанлыҡтан, улар Урал аръяғына күсенә. Рәсәй дәүләтенә Ҡурсай бей батыр етәкселегендә ҡушыла. Хәҙерге Мырҙалар, дөйөм алғанда, Салауат районында йәшәй. Был башҡорт ырыуынан шағир Рәми Ғарипов, көрәшсе Харис Йосопов һәм республикабыҙҙың башҡа билдәле шәхестәре сыҡҡан.
Эдуард Хәбибуллин IX-XII быуат хәрбиҙәренең тышҡы ҡиәфәте һәм лагерҙары реконструкцияһы, тыуған районы ҡурғандарын өйрәнеү менән шөғөлләнә башлай.
— Мине Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәктәренең урта быуаттары ҡыҙыҡһындыра. Бына Кушнаренко һәм Ҡара Яҡуп мәҙәниәтенән Ҡурған күсмә халҡының боронғо ҡылысы һәм болғар-алан төрөндәге балта. Был ҡорал бер ваҡыт Башҡортостандың төньяғында таралған була, ләкин беҙҙең лагерь ҡурғандарында ла табылған, — тип ул фестиваль ҡунаҡтарына һөйләгәйне.
Эдуардтың башында ла боронғо хәрбиҙәрҙең баш кейеме ине. Ул түңәрәк ҡалҡан эшләргә һәм образды тамамларға хыяллана.
Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы барлыҡҡа килеүенә ете төп ырыу нигеҙ һалған. Улар башҡорт милли уйын ҡоралы — ҡурайҙа сағылыш тапҡан. Ә ысынында иһә, ырыуҙар һаны 50-гә яҡын булған.

Тамырҙарыңды белеү — оло бәхет
Тамырҙарыңды белеү — оло бәхет
Автор:
Читайте нас