Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
10 Октябрь 2021, 04:00

Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә

Иҫке Балтас ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында "Тыуған илем - Башҡортостан" тип аталған матур байрам сараһы үтте.

Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнәИлһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә
Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә

11октябрь - Республика көнө. Балаларҙа Тыуған илебеҙгә һәм туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, республикабыҙ тураһында белемдәрен арттырыу, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балалар баҡсаһының төп бурысы булып тора.

Балтас районы Иҫке Балтас ауылы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерләү төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында "Тыуған илем - Башҡортостан" тип аталған матур байрам сараһы үтте. Башҡортостан тураһында кескәйҙәр шиғырҙар һөйләп, "Ҡурай" уйыны уйнаны. Музыкаль етәксе Рима Фәйзелғаян ҡыҙы Шакирова уйнаған баян моңдарына  ҡушылып балалар дәртләнеп йырланы. Тәрбиәсе Нурһылыу Дариябай ҡыҙы кескйҙәргә республикабыҙ тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Байрам бик матур һәм фәһемле үтте.

Гөлназ Ғәлләмова.

Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә
Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә
Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә
Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә
Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай тәрбиәләнә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас