Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
9 Октябрь 2021, 04:00

Яңы “йондоҙ”ҙар ҡабынды

Бөрө медицина-фармацевтика колледжының 1-се курс студенттары “Һеҙ талантлы, еңеүгә ынтылығыҙ!” үҙешмәкәр сәнғәт смотрында һәр яҡлап һәләттәрен күрһәтте.

Яңы “йондоҙ”ҙар ҡабындыЯңы “йондоҙ”ҙар ҡабынды
Яңы “йондоҙ”ҙар ҡабынды

 

Яңы йәштәр сығышы һәр ваҡыт байрам кеүек. Программа төрлө ижади жанрҙарға бай булды. Бирелә йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, нәфис һүҙ ҙә яңғыраны. Жюри ағзалары бәйгеселәр сығышын уларҙың артислығына, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотошона, оҫталығына ҡарап баһаланы.

Заманса бейеүҙәрҙе татар, мари, рус халыҡ бейеүҙәре алмаштырҙы. Улар араһында береһенән-береһе моңло йырҙар яңғыраны. Йәш актерҙар сәхнәлә  бик килештереп уйнаны. Александр Пушкиндың “Евгений Онегин” романынан өҙөк, Ярослава Пулиновичтың  “Наташина мечта” монологы, Муса Йәлилдең “Вәхшәт” шиғыры йөрәктәргә үтеп инде.

Жюри составында “Маски” эстрада һәм бал бейеүе студияһы етәксеһе Евгений Мухачев, “Йырсы йөрәктәр” вокаль төркөмө етәксеһе Виктория Мануиленко, социаль педагог Фәйрүзә Ғәлиәкбәрова, уҡытыусы Татьяна Филиппова, 4-се курс студенты Ангелина Исадыҡова бар ине.  Улар өс көн буйына барлыҡ белгеслектәр буйынса уҡыған 1-се курс студенттары сығышын баһаланы. Конкурс көндәрендә уҡытыусылар, өлкән курс студенттары бәйгеселәр өсөн янып көйҙө.

 Жюри ағзалары йомғаҡ яһаған арала тамашасылар һәм смотрҙа ҡатнашыусылар алдында “Йырсы йөрәктәр” вокаль төркөмө сығыш яһаны. Фекер алышыуҙарҙан һуң конкурстың еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде. Тантаналы шарттарҙа уларға дипломдар, грамоталар һәм кубоктар тапшырылды. Уҡыу йортоноң сәнғәт күгендә яңы йәш “йондоҙ”ҙар ҡабынды.

 

Ольга Платонова.

Степан Чиглинцев  фотоһы.

 

Яңы “йондоҙ”ҙар ҡабынды
Яңы “йондоҙ”ҙар ҡабынды
Яңы “йондоҙ”ҙар ҡабынды
Яңы “йондоҙ”ҙар ҡабынды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас