

“Тамыр” студияһы үткәргән был сара ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бик фәһемле һәм күңелле була. Сарала вокал, актерлыҡ оҫталығы буйынса, социаль селтәрҙәр (Инстаграм, Тик-Ток-та үҙеңде күрһәтеү) тураһында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Унда балаларға билдәле, талантлы йырсылар Заһир Иҫәнсурин, Рәфис Сирусин, Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина кеүек үҙ һөнәрҙәренең оҫталары менән танышыу, аралашыу бәхете тейә. Оҫталыҡ дәрестәре ваҡытында балалар бер-береһенең һәләтен күрә һәм киләсәктә дуҫлыҡ ептәрен өҙмәҫкә һүҙ бирешә.
Упҡанкүл мәктәбенең һәләтле уҡыусыһы Илгиз Әйүпов та байрамдан киләсәктә һәләтен үҫтереү өҫтөндә тырышыбыраҡ эшләргә, ижади конкурстарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға дәртләнеп ҡайта. Ул баш ҡалала үткән сараға үҙенең өләсәһен дә алып бара. Бындай саралар балаларға һәләттәрен үҫтереү өсөн яҡшы этәргес булып тора.
Сара аҙағында ата-әсәләр, конкурсанттарҙың етәкселәре “Тамыр” студияһы етәксеһе Гөлназ Ҡолһаринаға, балалар менән уртаҡ тел табып, юғары кимәлдә эшләүсе яғымлы хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәттәрен еткерә.
Әйткәндәй, Илгиз (етәксеһе — уҡытыусы Зөлфиә Мазһарова) “Сулпылар-2021” республика телевизион йыр-моң бәйгеһендә ҡатнаша. Күптән түгел улар конкурстың 2-се турына барҙы һәм күп тә тормай ошо сараға саҡырыу ҡағыҙы алды.
Илһөйәр Махатова.