Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
8 Сентябрь 2021, 04:08

Килегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Милли кейем көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш ҡаланың иң ҙур сауҙа үҙәктәрендә төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштора. 

Килегеҙ, ҡатнашығыҙ!Килегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Килегеҙ, ҡатнашығыҙ!

10 сентябрҙә республикала Милли кейем көнө үтә.


Милли кейем — милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Халыҡтың йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.

Милли кейем көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш ҡаланың иң ҙур сауҙа үҙәктәрендә төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштора. Атап әйткәндә, «ПЛАНЕТА» сауҙа күңел асыу комплексында 13:00 — 15:00 сәғәттәрҙә милли кейемдәр дефилеһы үтә. Унда этник кейем һәм биҙәүестәр дизайнеры, төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе Иҙел Хәкимов, «Салауат», «Эксклюзив» ательелары, дизайнер-стилист Римма Байтимерова, билдәле модель Эльвира Ишморатова, билдәле рәссам Рушания Бәҙеретдинова һәм башҡа милли йүнәлештә эшләүсе ижади шәхестәр ҡатнаша. Сара башҡорт йыр-моңдары менән үрелеп барасаҡ, билдәле радиожурналист, алып барыусы Ғәзиз Әбделмәнов ҡыҙыҡлы уйындар ойошторасаҡ, төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышыу, билдәле дизайнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлеге буласаҡ.

«Мега» сауҙа үҙәгендә иһә милли кейемгә бәйле күргәҙмә ойоштороласаҡ. Ғөмүмән, был көндө баш ҡалала бик күп күркәм саралар уҙасаҡ. Милли кейемегеҙ һәм теләгегеҙ бар икән, һәр майҙанға рәхим итегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Килегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Килегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Автор:
Читайте нас