Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
23 Август 2021, 09:40

Флаг көнөн билдәләнеләр

Солтанай ауыл мәҙәниәт йортонда фәһемле сара үтте

Флаг көнөн билдәләнеләрФлаг көнөн билдәләнеләр
Флаг көнөн билдәләнеләр

Рәсәй, көнсығыш Европала һәм төньяҡ Азияла урынлашҡан, федератив республика системаһы буйынса ойошҡан күп милләтле ил булараҡ, дәүләт символдарына эйә. Уның флагы, гербы һәм гимны кеүек үк, дәүләт суверенитеты билдәһе булып тора.

Дәүләт флагы тигеҙ ҙурлыҡтағы өс горизонталь буйҙан (өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы ҡыҙыл төҫтә) торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт.

1994 йылдың 20 авгусында Президент Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ буйынса, флаг көнө 22 августа үткәрелә.

Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Уға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Документҡа ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.

Әле башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.

Дәүләт флагын Федераль Конституция законын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ уны мыҫҡыл иткән өсөн, Рәсәйҙең закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.

Былар һәм башҡалар тураһында саралар ойоштороусы Фидания Шәйхетдинова менән китапханасы Лилиә Сәмиғуллина балаларға һөйләне.

Илһөйәр Махатова.

Флаг көнөн билдәләнеләр
Флаг көнөн билдәләнеләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас