Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
22 Август 2021, 10:12

Заман мөмкинлектәрен ҡуллана белеү зарур

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төрлө күләмле проекттар буйынса эште дауам итә.

Заман мөмкинлектәрен ҡуллана белеү зарурЗаман мөмкинлектәрен ҡуллана белеү зарур
Заман мөмкинлектәрен ҡуллана белеү зарур

20 августа Балтас ауылында педагогтарҙың сираттағы август кәңәшмәһе үтте, тип хәбәр иткәйнек инде. Был көндә Балтас районының ойошторолоуына 91 йыл тулыуға арналған саралар ҙа булды. 

Ҡунаҡтар һәм педагогтар мәктәп, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күргәҙмә менән танышты.

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз  Субушев үҙ сығышында район тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы билдәләне. Мәҫәлән, Иҫке Янбай һәм Көнтүгеш ауылдарына юл төҙөлөп бөтөп бара. Һәйтәк ауылында иһә “Һаулыҡ һаҡлау”  милли проектына ярашлы ауыл табип амбулаторияһы асылған, тиҙҙән төбәктә алты районды хеҙмәтләндерәсәк гемодиализ үҙәге эшләй башлаясаҡ.

Район үҙәге һәм ауылдар ҙа төҙөкләндерелә: кинотеатрлы күңел асыу һәм ял үҙәге төҙөлә, йәмәғәт урындары, парктар тәртипкә килтерелә, инештәр таҙартыла. Республикаға газ үткәреү программаһына  ярашлы, Түбәнге Ҡанһөйәр ауылына зәңгәр яғыулыҡ торбалары һуҙыла, 60-тан ашыу йортҡа газ индереләсәк.

Сарала Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Шамиль Шәрипов, Әлфис Ғаязов сығыш яһаны, балтастарҙың яҡташтары Рәшит Хәйруллин, Рәшит Харрасовтар урындағы халыҡтың уңғанлығын, эшһөйәрлеген билдәләне.  

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов үҙ сығышында күптән түгел ҡунаҡсыл Балтас ерендә Танып ырыуы йыйыны үтеүен билдәләне.

“Бындай халыҡ йыйылыштары борон-борондан сәйәси һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ойошторолған, шулай уҡ ырыуҙың идара итеү органы булған. Ул шулай уҡ халыҡ байрамы ла. Халыҡ үҙ тамырҙарын белергә тейеш. Был йәһәттән шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. Быуындарыды белеү – тамырҙарыңды, милли үҙбилдәләнешеңде төшөнөү тигән һүҙ”,  –  тине Рөстәм Сәлим улы.

Бөгөнгө мәғариф киңлегендә туған телде өйрәнеү мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. “Был бигерәк тә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡағылғанда айырым иғтибар талап итә. Был – ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың туған теле һәм һәр кем уны һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Ғөмүмән, һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты – ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау. Үҙенең тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше мәғлүмәттә ориентир ала белергә, ҡыҙыҡһынырға, өйрәнергә тейеш.

Мәҫәлән, телде һәм тарихты өйрәнгәндә заман платформаларындағы мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу ҙа мөһим. Һүҙ – “Башархив”, "Башҡорт ырыуҙары картаһы" кеүек интернет-ресурстар хаҡында. “Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән “Без башҡортлар” хәрәкәте менән бергә башҡарылған эштәр ҙә маҡтауға лайыҡ. Шул иҫәптән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc платформаһында һанлаштырыу йәһәтенән ҙур эштәр алып барыла.  Уҡытыусылар балаларҙы ошо сығанаҡтарға ла ылыҡтырһын ине.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төрлө күләмле проекттар буйынса эште дауам итә. 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Уның төп йүнәлештәре — башҡорт ырыуҙары тарихын һаҡлау һәм үҫтереү, “Шайморатов вариҫтары”, “Төньяҡ амурҙары” проекттарын тормошҡа ашырыу, "Каруанһарай" тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығын билдәләү, күренекле башҡорт шәхестәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм башҡалар. Башҡорт тарихы йылының йүнәлештәренә бәйле сараларҙы 1 сентябрҙән әүҙемләштерһәгеҙ ине”,  –  тип билдәләне Р.С. Баянов.

Ул шулай уҡ “Айыҡ ауыл” бәйгеһе тураһында әйтеп үтте. Әйткәндәй, былтыр сарала республиканың 54 районы ла ҡатнашҡан. Конкурстың маҡсатты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәште ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

 

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Заман мөмкинлектәрен ҡуллана белеү зарур
Заман мөмкинлектәрен ҡуллана белеү зарур
Автор:
Читайте нас