

Районда коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн бик күп саралар үткәрелә. Башҡарылған эштәргә ҡарамаҫтан, районда был ауырыу менән хәл киҫкен тора. Сараны район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров асты. Залда йыйылыусыларға район хакимиәте башлығы Айдар Шәйҙуллин мөрәжәғәт итте.
— Бөтәбеҙ ҙә коронавирус инфекцияһы эпидемияһы менән хәлдең киҫкен тороуын яҡшы беләбеҙ. Һәр көндө яңы ауырыуҙар теркәлә. Коронавирустан һәм уның өҙлөгөүҙәренән дауаланғансы, прививканы ваҡытында эшләтеү хәйерлерәк. Был ауыр осорҙа нәҡ һеҙгә, ауыл фельдшерҙарына, алғы һыҙыҡта булырға, халыҡ араһында ҙур аңлатыу эше алып барырға тура килә. Яуаплы хеҙмәтегеҙ, мәрхәмәтлегегеҙ хәм изгелегегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Айҙар Әнғәм улы.
Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин билдәләүенсә, эпидемиологик хәл әлеге ваҡытта ҡатлаулы тип баһалана.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.