Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Башҡорт донъяһы
19 Август 2021, 09:42

Уның хеҙмәттәре әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә

Башҡорт телен – рухи хазинабыҙҙы өйрәнеүгә, үҫтереүгә, камиллаштырыуға ҙур өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар араһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары төркөмөнә ҡараған Йәлдәк ырыуы вәкиле, филология фәндәре докторы, профессор Ҡасим Әхмәров та бар.

Уның хеҙмәттәре әле лә халыҡҡа хеҙмәт итәУның хеҙмәттәре әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә
Уның хеҙмәттәре әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә

Башҡорт телен – рухи хазинабыҙҙы өйрәнеүгә, үҫтереүгә, камиллаштырыуға, донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар араһында  төньяҡ-көнбайыш башҡорттары төркөмөнә  ҡараған Йәлдәк ырыуы вәкиле, филология фәндәре докторы, профессор Ҡасим Әхмәров та бар.

Мәғлүм булыуынса, ғалим 1900 йылда Борай ауылында тыуған. Ауылында ике класс тамамлағас, Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен­дә белем алған. Төрлө урындарҙа баш­ланғыс мәктәп мөдире, улустың баш­ҡарма комитеты секретары, тәрбиәсе, туған тел уҡытыу­сыһы, Башсовнарком ҡарамағындағы башҡорт телен үҫтереү буйынса үҙәк комиссияның инструкторы, Башҡорт­останды өй­рәнеү йәмғиәтенең ғилми хеҙмәт­кәре һәм секретары, юғары уҡыу йортонда кафедра мөдире һәм башҡа вазифаларҙы башҡарған. 1941 йылдан ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (1969 йылдың 11 феврале) Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Та­рих, тел һәм әҙә­биәт институтында өл­кән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире булған.

Филология фәндәре кандидаты, тел белгесе Резеда Сөләймәнова бына нимәләр яҙа:

“Ғалимдың эшмәкәр­лек юлы бик бай. Ғөмүмән, ул за­ман­дағы әҙиптәребеҙгә бер үк ваҡытта ға­лим да, уҡытыусы ла, яҙыусы ла бу­лырға тура килгән.
Ҡасим Әхмәров  ғилми эшмәкәр­леген 1928 йылда башлаған. Ул ғилми ойошмала милләтебеҙ тормошон, тарихын, мәҙәниәтен ныҡлап өйрә­неүгә тотонған. Был осорҙа башҡорт әҙәби теле формалаша, ғалим уны йәмғиәттең төрлө өлкәһенә индереү буйынса әүҙем эш алып бара. Әлбиттә, ғилемдең үҫеше туранан-тура ғәмә­ли мәсьә­ләләргә бәйле була. Был йәһәттән ғалим урта мәктәптәр һәм педагогия училищелары өсөн баш­ҡорт теленән программалар төҙөй. Төрлө ғилми-методик мәҡәләләр сығарыу менән бер рәттән, “Типик орфографик хаталар һәм орфографияны уҡытыу юлдары”, “Башҡорт телендә тыныш билдәләре” кеүек брошюралар әҙерләй. “Башҡорт теленең ҡайһы бер мәсьәләләре”, “Баш­ҡорт телендәге һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе”, “Башҡорт телендә ҡы­лым төрҙәре”, “Башҡорт телендә яр­ҙам­сы исемдәр”, “Ҡуш­ма һөй­ләм төрҙәре”, “Башҡорт әҙәби теленең хәҙерге орфографияһы һәм уны камиллаштырыу юлдары” кеүек мәҡәләләре уҡытыу эшмәкәр­ле­гендә ҙур әһәмиәткә эйә.
1932 йылда Ҡасим Закир улының башланғыс кластар өсөн әҙерләнгән беренсе дәреслеге донъя күрә. Унан мәктәптәр һәм педагогия училищелары өсөн тиҫтәнән ашыу дәрес­леге, уҡыу ҡулланмалары баҫылып сыға. Урта мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән “Башҡорт теле. Синтаксис” тигән китабы мәғариф тармағына 40 йылға яҡын хеҙмәт итә. Педагогия училищелары өсөн 1941 йылда сығарылған “Башҡорт теле” китабы – урта махсус белем биреү учреждениелары студенттарына иҫәпләнгән тәүге хеҙмәт. Унда фонетика, графика, грамматика, орфография һәм пунктуация буйынса норматив төшөнсәләр, айырым кү­не­геүҙәр менән бер рәттән, уҡыусы­лар­ҙың йәш үҙенсәлектәренән сы­ғып, тел ғилеме буйынса бе­леш­мәләр ҙә бире­лә. Ғөмүмән, Әхмә­ровтың дәреслек­тәренең әһәмиәте  баһалап бөткөһөҙ. Улар нигеҙендә бихисап уҡытыусы, күренекле ғалимдар үҫеп сыҡҡан.
Ҡасим Закир улы башҡорт әҙәби теленең тарихы, грамматикаһы, лек­сикаһы, лексикографияһы, фразео­логияһы, стилистикаһы, пунктуа­цияһы өлкәһендә берҙәй әүҙем эш алып бара. Синтаксис буйынса ғилми мәҡәләләре, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙең тө­ҙөлөшөн тикшереүгә бағышланған монографиялары менән башҡорт тел ғиле­менең үҫешенә айырыуса ҙур өлөш индерә. Ғалим был хеҙмәттәрендә һөйләмдәрҙең структураһын, уның киҫәктәренең специфик үҙенсә­лек­тәрен һәр яҡлап тулы өйрәнә. Был өлкәләге тикшеренеү эштәре өсөн филология фәндәре докторы дәрә­жәһенә эйә була. Ҡасим Әхмәров шулай уҡ алфавитҡа, орфографияға ҙур иғтибар бүлә. “Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге”нең бер нисә мәртәбә нәшер ителеүе, әлбиттә, был хеҙмәттең төплө һәм нигеҙле булыуы хаҡында һөйләй.
Ғалим ҙур тырышлыҡ, бөтмөрлөк, түҙемлек, телгә һаҡсыл ҡараш талап иткән һүҙлекте төҙөүҙә лә ҙур уңышҡа өлгәшә. Халҡының тарихын яратҡан, уның бөгөнгөһөнә, килә­сәгенә битараф булмаған кеше генә шундай фиҙакәр хеҙмәт күрһәтә алалыр. Ҡасим Закир улының етәксе­ле­гендә төҙөлгән “Урыҫ­са-баш­ҡортса һүҙлек” (1948, 1964 йылдар), “Баш­ҡортса-урыҫса һүҙлек” (1958 йыл) кеүек баҫмаларҙың әҙәби телде, милли мәҙәниәтте үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Өҫтәүенә ғалим­дың “Башҡорт шәжәрәләре”н, Н.К. Дмитриевтың “Башҡорт теленең грам­матикаһы” тигән хеҙмәтен баҫтырып  сығарыуы ла иғтибарға лайыҡ.
Арҙаҡлы Борай башҡорто Ҡасим Закир улының мәғариф һәм фән өлкәһендәге уңышлы эшмәкәрлеге “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар, маҡтау грамоталары менән баһаланған. Тел ғилеменә нигеҙ һалған шәхестең китаптары халыҡҡа әле лә тоғро хеҙмәт итә. Ошо ғилми мираҫты йәш быуынға заманға яраҡлаштырып өйрәтеү — беҙҙең бурыс”,  –  тип яҙа Резеда Сөләймәнова. 

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Уның хеҙмәттәре әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә
Уның хеҙмәттәре әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә
Автор:
Читайте нас