Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә — 75 йыл
2 Апрель 2021, 14:48

Бөтә Рәсәй этабында еңеү яуланы!

Мишкә районы Сабыҡ ауылынан Ярослав Гәрәев “Минең йәнтөйәгем: тәбиғәт, мәҙәниәт, халыҡ” Бөтә Рәсәй конкурсында 1-се урын яуланы!

Башҡортостан Республикаһының дүрт уҡыусыһы “Минең йәнтөйәгем: тәбиғәт, мәҙәниәт, халыҡ” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Улар араһында Мишкә районы Сабыҡ мәктәбе уҡыусыһы Ярослав Гәрәев та бар ине. Эштәрҙе яҡлау дистанцион форматта уҙғарылды. Ярослав тыуған ауылының топонимикаһы буйынса эҙләнеү эшен уңышлы яҡлап, беренсе урынға лайыҡ булды. Афарин!
Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.
Читайте нас: