Бөтә яңылыҡтар

"Бик кәрәкле закон"

“Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға бала сағы һуғыш йылдарына тура килгәндәргә айырым статус биреү һәм ярҙам сараларын күреү тураһындағы закон проектын тикшереүгә тәҡдим итте. Бөгөн ул ҡабул ителде. Уға ярашлы, Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған кешеләргә “һуғыш балалары” статусын биреү, уларға социаль ярҙам сараларын билдәләү ҡарала.

Был закон проекты халыҡта хуплау тапты. Һуғыш балалары категорияһына ҡараған, 1945 йылдың 13 ғинуарында Ейәнсура районы Малай Муйнаҡ ауылында тыуған, әле Күмертау ҡалаһында йәшәгән Гәүһәр Мирғәле ҡыҙы Йәғәфәрова был хаҡта:
– Бик кәрәкле закон. Йәш быуын беҙ күргәнде күрмәне, шул тиклем ыҙалыҡта үҫтек. Атайым Мирғәле Яхъя улы Илбаев Сталинград һуғышында бер аяғын ҡалдырып, I төркөм инвалиды булып ҡайтты. Ғаиләбеҙҙә һуғышҡа тиклем ике бала тыуған, аҙаҡ, атай ҡайтҡас, тағы ла биш була донъяға килә. Тик атайым алған яраларынан 1958 йылда вафат булды. Шулай итеп, ете бала етем тороп ҡалдыҡ. Эй-й, ашарға юҡ заманалар, шырпы ла булманы. Әсәйем Зәкирә Әғзәм ҡыҙы беҙҙе уҡытырға тырышты. Һыуға барғанда кейем булмағас, бер аяғына – аҡ, икенсе аяғына ҡара быйма кейер ине. Атайым үлгәс, 25 һум аҡса түләнелер. Уның 15 һумын Стәрлетамаҡта уҡыған ҡустыма, ә 10 һумын миңә бирә ине. Ә өйҙәге балаларға аҡса ҡалмай ине. Шулай булһа ла, беҙ тырышып уҡыныҡ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә тырыштыҡ. Мин Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ғүмер буйын математика фәненән уҡыттым, 40 йыллыҡ хеҙмәт стажым бар, – тине.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: