Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә — 75 йыл
19 Февраль 2021, 16:05

Башҡортостанда быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы нисек үткәрелә

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда үткән «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы ултырышында быйыл Өфөлә һәм республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр коронавирусҡа бәйле хәл арҡаһында акция үҙенсәлекле форматта үтте. Виртуаль «Үлемһеҙ полк» ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың анкеталары polk02.ru порталына урынлаштырылды. Геройҙарҙың фотоһүрәттәре Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм медиэкрандарҙа күрһәтелде.
Быйыл акция тулы масштаблы форматта уҙғарыла. Ултырышта Өфөнөң Үлемһеҙ полкы колоннаһын һәм хәрәкәт маршрутын төҙөү урыны билдәләнде. Геройҙарҙың портреттары менән колонна Октябрь проспекты буйлап Һалле ҡалаһы исемендәге урамдан Шота Руставели урамына тиклем атлай. Шулай уҡ республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колоннаһын теҙеү, уның хәрәкәт итә башлау ваҡыты, дөйөм республика Тынлыҡ минуты билдәләнде.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: