Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә — 75 йыл
18 Август 2020, 12:06

Легендар снайперға – һәйкәл!

Өфөлә Советтар Союзы Геройы, снайпер Наталья Ковшоваға һәйкәл асылды.

Ҡойоп ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, уны асыу тантанаһын кисектермәҫкә булдылар. Был дата тарих өсөн иҫтәлекле: 1942 йылдың 14 авгусында беҙҙең яҡташыбыҙ яуҙашы Мария Поливанова менән Новгород өлкәһендә һуғышҡа инә.
Снайпер Наталья Ковшова көстәр тигеҙ булмаған көрәштә һәләк була. Ул 130-сы уҡсылар дивизияһының 528-се уҡсылар полкы снайперы була. Уның иҫәбендә - 167 фашист һалдаты һәм офицеры. Октябрь районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, ошо биләмәлә йәшәгәндәр һәйкәлде асыу тантанаһына килде.
Һәйкәл 155-се лицей ихатаһына урынлаштырылды. Скульптура өҫтөндә рәссам Хәлит Ғәлиуллин тырышып эшләгән. Тирә-яҡта снарядтар шартлаған фонда винтовканы ҡыҫып тотҡан, ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ үткер ҡарашын алыҫҡа төбәгән... Композицияның өҫкө яғында - Советтар Союзы Геройы йондоҙо. Оҙаҡламай 155-cе лицей легендар снайперҙың исемен йөрөтәсәк.
Фото: Bash.News
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: