Бөтә яңылыҡтар

“Үлемһеҙ полк” 2021 йылға күсерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Үлемһеҙ полк” акцияһын үткәреүҙе 2021 йылға күсереү тәҡдиме менән килеште.

“Акцияны быйыл уҙғарырға теләһәк тә, сараны киләһе йылға күсерергә тура килә”, – тине ил башлығы дүшәмбе Керчтәге “Залив” суднолар эшләү заводында. Предприятие эшселәре менән аралашыу барышында Владимир Путин, 2021 йылда “Үлемһеҙ полк” тейешенсә киң ҡоласлы, ҡеүәтле һәм матур итеп үткәреләсәк, тип вәғәҙә бирҙе.
Фото: ok.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: