Бөтә яңылыҡтар

Еңеү тырыштарҙы үҙ итә

“Күп йыллыҡ фиҙаҡәр, ныҡышмалы хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү – үҙе бәхет, ҙур ҡыуаныс!” - ти Ҡарткиҫәк мәктәбе музейын етәкләүсе Фәнирә Нәбиуллина.Тулыраҡ:

Хеҙмәтең – тырыш, маҡсатың аныҡ, яҡты икән, ҡаҙаныштар ҙа үтә татлы. Быны бар ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаусы рухлы ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы яҡшы белә. Күптән түгел генә ул нәҡ ошондай татлы минуттар кисерҙе.Ҡарткиҫәк мәктәбенең Фәнирә апай етәкләгән музейы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған “Иң яҡшы Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлеге музейы” Бөтә Рәсәй конкурсында ауыл конкурсанттары араһында 2-се урын яуланы. Ошо уңайҙан Фәнирә Мәүли ҡыҙы Өфөлә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты. Был саранан алған тәьҫораттары һәм кисерештәре менән ул беҙҙең менән дә ихлас уртаҡлашты:

- “Тарихи хәтер” проекты сиктәрендә үткәрелгән конкурста халҡыбыҙҙың һуғыш йылдарындағы хәрби данын һәм хеҙмәт батырлығын сағылдырған экспонаттарҙы һаҡлаған 128 мәктәп ҡатнашты, 12-һе финалға сыҡты. Еңеүселәр ауыл һәм ҡала мәктәптәре араһында билдәләнде. Лайыҡлылар араһында Ҡарткиҫәк мәктәбе музейы ла булыуы — барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ. Был беҙҙең берҙәм, тырыш хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһе. Ошо урында һәр саҡ ярҙам итеүсе хеҙмәттәштәремә, мәктәп, ауыл, район хакимиәтенә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Быйыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» сиктәрендә музейға ла ремонт эшләнде: иҙән, түшәм, ишектәр яңыртылды, евротәҙрәләр ҡуйылды. Хәҙер музей тағы ла балҡып, үҙенә саҡырып тора.

  • Үҙемә килгәндә, ошо музей эшен 1978 йылда, Ҡарткиҫәк мәктәбенә эшкә ҡайтҡас, тарих кабинетында бер мөйөш булдырып, шунда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бөртөкләп материалдар йыя башлағайным. Әкренләп экспонаттар ҙа туплана барҙы. Артабан махсус шкафтар ҡуйып, унда һаҡлай башланым. 2008 йылда музей өсөн айырым бүлмә бирҙеләр. Шунан бөтә йыйылған экспонаттарҙы, балалар менән башҡарған тикшеренеү-эҙләнеү эштәрен, класс етәкселәре менән туплаған бай материалдарҙы тәртипкә килтереп, теҙеп урынлаштырҙым. Музейыбыҙ көндән-көн үҫте, тарихи экспонаттарға байыны. Ауыл халҡы ла, уҡыусылар ҙа ярҙам итте. 2017 йылда музей өсөн тағы бер бүлмә бирҙеләр. Уны мәктәп тарихына бағышланыҡ. Хәҙер бирелә бай мәғлүмәт тупланды. Бөтә материалдарҙы тәртипкә һалып, стендтар эшләп сығыуҙа айырыуса хеҙмәттәшем Нәфүзә Тәлғәт ҡыҙы Имаметдинова ярҙам итте. Берҙәм көс, тырышлыҡ менән йәш быуынға шундай хазина тапшыра алыуыма бик ҡыуанам.


    Шулай итеп...

    Наилә Имаева.


    Читайте нас: