Бөтә яңылыҡтар

Ҡарткиҫәк мәктәбе музейы 2-се урынға лайыҡ булды!

Ҡарткиҫәк мәктәбе музейы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған “Иң яҡшы Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлеге музейы” Бөтә Рәсәй конкурсында ауыл конкурсанттары араһында 2-се урын яуланы. Конкурс “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Тарихи хәтер” проекты сиктәрендә үткәрелә.

Бөгөн музей етәксеһе Фәнирә Нәбиуллина Өфөлә бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Ҡарткиҫәк мәктәбе музейы Диплом һәм ноутбук менән бүләкләнде. Музей эшенә ҙур тырышлыҡ һалған Фәнирә Мәүли ҡыҙын ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Конкурстың маҡсаты — Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи тергеҙелеүенә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә, Рәсәй халҡының берҙәмлегенә һәм милләт-ара килешеп йәшәүгә булышлыҡ итеү.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: