Бөтә яңылыҡтар

Һәр таңыбыҙ тыныс атһын!

Бөгөн илебеҙҙә – Хәтер һәм ҡайғы көнө. Шул уңайҙан урындарҙа бихисап саралар ойошторола. Мәҫәлән, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – “Никольский храм”ы тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Хәтер шәме” акцияһында онлайн ҡатнашты.

– 22 июнь күңелдәргә тәрән уйылған, был датаны ишетеү менән фашистарға нәфрәт уяна, – тип һөйләй сараға ҡушылыусылар.
Бынан тыш Туймазы дәүләт татар драма театры артистары шиғри флешмобты башланы (артистар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙар уҡыны), “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылды, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Гөлназ Латыпова иһә Муса Йәлилдең “Моабит дәфтәре” тигән шиғырын уҡыны, шулай уҡ сәнғәт әһелдәре З. Хәкимдең “Легионер” спектаклен сәхнәләштерҙе.
Туймазы дәүләт татар драма театры артистарының һүҙҙәренә ҡарағанда, йәш быуын тарихи дөрөҫлөктө белеп үҫергә тейеш.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе “А зори здесь тихие” спектаклен сәхнәгә сығарҙы, шул уҡ ваҡытта “Внеклассный урок” кинофильмын күрһәтте.
– Июнь аҙаҡтары яҡынлашыуға һәр кемдең йөрәген һағыш баҫа, Бөйөк Ватан һуғышы миллионлаған ҡорбандар килтерҙе, киләсәктә һәр таңыбыҙ тыныс атһын, – тине улар.
Фото: yandex.com
Автор: Илдар Акьюлов
  • Читайте нас: