Бөтә яңылыҡтар

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ

Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Иҫке Ҡаҙансы ауылында “Еңеү” паркында сара үтте. Тулыраҡ:

22 июнь – тарихыбыҙҙың иң фажиғәле даталарының береһе. Был көндө, 79 йыл элек кешелек тарихында иң ҡан ҡойғос һуғыш башлана. Ул дәһшәтле йылдар тураһында хәтер халҡыбыҙ күңелендә мәңгегә һаҡлана.

Иҫке Ҡаҙансы ауылында ла бөгөн - Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан “Еңеү” паркында митинг үтә. Был хаҡта беҙгә әүҙем йәмәғәтсе, ошо сараны ойоштороп алып барыусы ауыл китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова хәбәр итте.

- 22 июнь халыҡ күңелендә утлы яра булып ҡалды. Сөнки ауылыбыҙҙа һуғыш еле ишек ҡаҡмаған бер генә йорт та юҡ: кемдеңдер ире, кемдеңдер атаһы йә ағаһы, улы, һөйгәне ошо ҡәһәрле һуғышта мәңгелеккә ятып ҡалған. Шуға ла Хәтер һәм ҡайғы көнө халҡыбыҙҙы берләштерә, тип әйтергә мөмкин. Бына бөгөн дә хәтер кисәһенә йыйылдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙы һәм яу яландарында ятып ҡалғандарҙы, тыл ветерандарын иҫкә алып, улар рухына бағышлап, Ғәбдрәхим хәҙрәт Сафин доға ҡылды. Бөгөнгө көндөң әһәмиәте тураһында ауыл биләмәһе башлығы Илдар Динисламов сығыш яһаны. Һуғыш башланғанда биш кенә йәштә булған Зөлфиә апай Ғарифуллинаның һөйләгәндәре лә күптәрҙе тетрәндереп, уйланырға мәжбүр итте. Ул үҙ миҫалында яу йылдарында тылдағы ауыр тормошто бәйән итте. Иҫке Ҡаҙансы ауыл Советының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө, яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, тыуған яҡты өйрәнеүсе мәғариф ветераны Ансар ағай Солтанов ентекле итеп һөйләне.

Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипованың сығышы ла үҙәктәрҙе өҙҙө. Дүрт бер туған Мөхәмәтзариповтарҙың яуға китеп, тик береһе - атаһы Ғәбделғаян Зекриевтың ғына яуҙан иҫән ҡайтыуы тураһында әсенеп һөйләне ул. Типһә тимер өҙөрлөк өс ир-егет (атаһының ағалары) һуғышта һәләк була. Ә бит бындай миҫалдар ауылыбыҙҙа ла, районыбыҙҙа, илебеҙ буйынса ла бик күп. Мәмдүнә апайҙың “Яугирҙарҙы иҫкә алып” тигән шиғыры Бөйөк Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар аша яуланғанын, батырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа, иҫкә алырға кәрәклеге хаҡында булды.

Наилә Имаева.

Гөлфинә Исламова фотолары.



Читайте нас: