Бөтә яңылыҡтар

Бер һалдат яҙмышы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Беҙ улар тураһында белергә һәм онотмаҫҡа бурыслы. Был аяуһыҙ һуғышта Башҡортостандан ҡатнашҡан 700 меңдән ашыу кеше араһында олатайым Хәмәтхан Шәйхелисламов та була.

Хәмәтхан Шәйхелислам улы Шәйхелисламов 1927 йылдың 5 мартында Мишкә районының Кесе Шаҙы ауылында тыуа. Ғаиләләге ике ҡыҙ һәм ике малай араһында ул төпсөк бала була. Атаһы Шәйхелисламды, бик егәрле һәм тырыш кеше булғанлыҡтан, ауылда хөрмәт итәләр. Әсәһе Бибиғәйшә лә уңған һәм бик уҡымышлы ҡатын була. Ул “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белем алған, бер нисә телдә иркен һөйләшкән.
Хәмәтхан бик йәшләй әсәһенән етем ҡала. Атаһына дүрт баланы яңғыҙына үҫтерергә тура килә. Шунан инде икенсе ҡатынға өйләнә.
Малай туғыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауыл мәктәбенә йәйәү йөрөп белем ала. Бик яҡшы уҡый, яуаплы була, шунлыҡтан класта староста вазифаһын башҡара. Ләкин ул унда ике генә класс тамамлап өлгөрә, үгәй әсәһе арҡаһында уҡыуын дауам итә алмай. Аҙаҡ инде ғүмере буйы артабан белем ала алмауына үкенеп йәшәй.
Үгәй әсәй көн дә Ҡалмаҙан тауынан сана менән утын ташыттыра. Ҡыҫҡа ҡышҡы көндәрҙә ул, хатта һыулы сабатаһын һалып та тормай, арып йоҡларға ята. Бәләкәй сағынан ауыр эш башҡарғанға, һаулығы бик ҡаҡшай.
1944 йылда 17 йәшлек олатайымды һуғышҡа алалар. Ул диңгеҙ пехотаһына эләгә. Шулай ул 1944 йылдың 1 декабрендә хәрби хеҙмәтен башлай һәм 1951 йылдың 1 ноябрендә генә тамамлай. 354-се Диңгеҙ пехотаһы айырым батальонының хәрби часы ҡыҙылармеецы була (“Халыҡ хәтере” сайтынан алынған мәғлүмәт: олатайымдың документтары әлеге көндә Гатчина ҡалаһындағы Хәрби диңгеҙ флоты архивының 201-се шкафындағы 13-сө тартмала һаҡлана). Күпмелер ваҡыт күнекмәләр үтеп, улар һуғышҡа инә. Флот Японияға ҡаршы алышта ҡатнаша. Бер ваҡыт уларҙы немец самолеттары бер-бер артлы бомбаға тота башлай. Бомбаның береһе уларға эләгә.
“Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан ине. Әллә күпме йәш егет һәләк булды. Йөрәктәрҙе әрнеттергес күренеш ине был”, – тип илап һөйләй торған булған олатайым. Унда тик 12 генә һалдат иҫән ҡала, улар араһында олатайым да була. Үҙенең иҫән ҡалыуын ул яҡшы йөҙә белеүенән һәм Аллаһы Тәғәлә бүләге тип иҫәпләгән. Еңеү көнөн хеҙмәт иткән ерҙәрендә ҡаршылайҙар. Һуғыш бөткәс тә уларҙы ҡайтармайҙар, сөнки илдә хәрби хеҙмәткә яраҡлы егеттәр ҡалмаған була. Улар алмаш көтә. Шулай олатайым ете йыл йөрөп тыуған еренә ҡайта. Хеҙмәт иткән ваҡытта ул атаһының һуңғы хатын ала. Күп тә үтмәй уның мәрхүм икәнен белә. Атаһы: “Улым, мин бик ныҡ ҡартайҙым. Һине күрә алмаҫмын инде. Мин бер әбей менән йәшәйем, ул һине үҙ улы кеүек ҡаршы алыр. Һуңғы теләгем шул булыр: һин уны ташлама, ярҙам ит”, – тип яҙа.
1951 йылдың декабрендә олатайым Бөрө ҡалаһынан Мишкә районының Кесе Шаҙы ауылына йәйәү ҡайта. Кис етә. Тау башына килеп еткәс, йәйрәп ятҡан ауылын күрә. Ете йыл буйы сит-ят ерҙә йөрөп, һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә үткәреп, ниндәйҙер илаһи көс менән иҫән ҡалып, тыуған ауылына ҡайтҡан һалдаттың хис-тойғолары аңлатып бөткөһөҙ була...
Тыуып үҫкән өйөндә уны Гөлйыһан әбей ҡаршылай. Шулай, атаһы әйткәнсә, уға ярҙам итеп, йәшәп китәләр. Бер көн күрше ауылға апайҙарына бара. Кисен клубҡа сыға һәм унда буласаҡ тормош иптәше Ғилминурҙы осрата. Улар бер-береһен оҡшата һәм күп тә үтмәй өйләнешә. Иң ҡыҙыҡлыһы шунда: олатайымды үҙ өйөндә ҡаршы алған Гөлйыһан әбей Ғилминурҙың өләсәһе булып сыға!
Өләсәйем Ғилминур Ғарифулла ҡыҙы 1929 йылда Оло Шаҙы ауылында тыуған. Уларҙың да ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм ике ул үҫә. 1944 йылда атаһын һуғышҡа алалар. Ул кавалерия дивизияһы составында яуға инә һәм һәләк була. Атаһын һуғышҡа алғас, бөтә ауырлыҡтар нығынып та өлгөрмәгән Ғилминур иңенә төшә. 1944 йылда 11 йәшлек ҡыҙ туғыҙ йәшлек ҡустыһы менән атаһы эшләгән ындырҙа эшләй. Һуңынан аслыҡ башлана. Тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ булһын тип, йәшен өҫтәтеп яҙҙырып, Нефтекама яғына торф сығарыуға юллана. Улар һаҙҙан мүк йолҡоп, брикетҡа йыйып, штабелләп, вагонға тейәп фронтҡа оҙатҡан. Ғилминур бәләкәй генә булһа ла, эшкә тырыш була. Бригадалары алдынғыларҙан һанала. Эш, әлбиттә, бик ауыр була.Ҡаты һыуыҡтарҙа ялан ҡул һаҙҙа мүк йолҡоуы үҙәктәренә үтә. Заманалар бик ауыр булғанлыҡтан, әсәһенә булышырға, өс туғанын ҡарашырға кәрәккәс, түҙә. Һуғыш бөткәс, ул тыуған ауылына ҡайта һәм олатайым менән танышып, ғаилә ҡоралар.
Олатайым Хәмәтхан Шәйхелислам улы тыныс тормошта юғары вазифалар башҡара. Ферма мөдире булып та эшләй, ауыл, район Советтары депутаты була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Рәхмәт хаттары ала. Күкрәген орден-миҙалдар биҙәгән олатайымдың: «Японияны еңгән өсөн», «Совет Армияһына һәм Флотына 30 йыл» һәм башҡалар. 1987 йылдың 21 февралендә СССР-ҙың Оборона министрлығы уны II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләй. Тағы ла бик күп миҙалдар менән наградлана.
Ҡәһәрле һуғыш ауырлыҡтарын күпме сабый, ҡатын-ҡыҙ, ир-егет үҙ иңендә күтәргән. Күпме ғүмерҙе, кешеләр һаулығын алып китте ул. 1995 йылда олатайым да байтаҡ операциялар кисергәндән һуң мәрхүм була. 2011 йылда өләсәйемдең аяғын киҫтеләр. Ҡаты һыуыҡтарҙа эшләп һаулығы ныҡ ҡаҡшаған була уның. Оҙаҡ та тормай, биш айҙан һуң, ул да беҙҙе ҡалдырып китте.
Олатайым менән өләсәйем һигеҙ балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биргән. Хәҙер уларҙың һәр береһе лайыҡлы ғүмер кисерә. Улдары аталары юлын һайлап, хәрби хеҙмәт эйәләре булып, Өфө ҡалаһында эшләй, юғары дәрәжәләргә лайыҡ.
Мин был мәҡәләмде әсәйем һөйләгәндәр буйынса яҙҙым. Үкенескә ҡаршы, олатайымдың үҙен күреү бәхете теймәне. Әгәр иҫән булһа, бөтә һөйләгәндәрен яҙып барыр инем. Мин ҡәҙерле кешеләребеҙ менән ғорурланам. Улар мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.

Ләйлә Хажиева,
БДУ-ның Бөрө филиалы студенты.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: