Бөтә яңылыҡтар

Батырлыҡҡа һәм дуҫлыҡҡа баш эйеп

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнөнә һәм милли герой, шағир Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу айҡанлы уҙған байрам сараларында ҡатнашты.


Милли батырыбыҙ Салауат Юла­ев­тың тыуыуына 266 йыл тулыу ай­ҡанлы төбәк етәксеһе ҡурай моңо аҫтында уның һәйкәленә сәскә һалды. Тантанала Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты.

Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса бар­лыҡҡа килде. Ул 1967 йылда асылғайны. Һәйкәл 10 метр­лыҡ гранит постамент һәм 9,6 метр бейеклектәге ат ста­туя­һынан тора, уны Ле­нинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойғандар. Ошо эше өсөн Сосланбәк Тавасиев 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған.

Рәсәй көнө айҡанлы Баш­ҡортостан Башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Ул Башҡортостандың Рәсәй дәү­ләтенә үҙ ирке менән ҡушы­лыуына 400 йыл тулыу айҡан­лы асылғайны. Һәйкәлде 1957 йылда эшләй башлайҙар, 1965 йылда ул тантаналы асыла. Монумент башҡорт һәм рус халҡының бөйөк дуҫлығын сағылдыра.
Автор: Әлфиә Минғәлиева
Читайте нас: