Бөтә яңылыҡтар

Хәтер мәңгеләштерелә

Еңеү көнөндә Иҫке Ҡаҙансы ауылында Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин һуғышҡа киткән һәм яуҙан Еңеү менән ҡайтҡан йортҡа иҫтәлекле алтаҡта эленә.

Хәтер һәм дан йылы сиктәрендә Еңеү көнөндә Иҫке Ҡаҙансы ауылында Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин һуғышҡа киткән һәм яуҙан Еңеү менән ҡайтҡан йортҡа иҫтәлекле алтаҡта эленә. Был хаҡта ауыл китапханасыһы, әүҙем хәбәрсебеҙ Гөлфинә апай Исламова хәбәр итте.

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе 78 йәшен тултырыусы ағинәй Вәсилә Бәҙрислам ҡыҙы Сафина күптән ошо йортҡа алтаҡта ҡуйҙырып, хәтерҙе мәңгеләштереү ниәте менән йәшәй. Ниһайәт, быйыл бөтә илебеҙ менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән көндә Вәсилә апайҙың ҡыҙы Земфира әсәһенең хыялын тормошҡа ашыра. Ауыл Советы вәкилдәре, әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашлығында улар бергәләп Нурулла Дәүләтгәрәй улы буй еткереп һуғышҡа киткән һәм яуҙан Еңеү менән ҡайтҡан йортҡа иҫтәлекле алтаҡта элә.

- Нурулла Дәүләтгәрәй улы минең ике туған ағайым. Беҙҙең атайҙарыбыҙ бер туған. Ул 1923 йылдың 25 июлендә тыуған, мин 1942 йылдың 21 июлендә донъяға килгәнмен. Уның ата-әсәһе йәшләй вафат була. Өс йәшлек Нурулла ағайымды һәм бер йәше лә тулмаған Тәьмилә апайымды ата-әсәйем менән өлөсәйем ҡарап үҫтерә. Әлеге мин йәшәгән ошо йорттан ул һуғышҡа китә. Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, Нурулла ағайымдың фронттан ҡайтҡанын аҙраҡ хәтерләйем. Төн ине, барыһы ла йоҡлағанда ҡайтып инеп, бергәләп ҡыуанышып, ҡосаҡлашып илашҡандары хәтеремдә. Еңгәмде лә ошо йортҡа килен итеп алып килгәйне. Артабан улар башҡа сығып, икенсе урамда айырым йәшәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улар Өфөгә күсеп китте. Гел генә балалары, ейәндәре менән ошо йортҡа ҡайтып йөрөнө. Әле лә Сафиндар нәҫеле барыбыҙ ҙа ошо нигеҙгә йыйылабыҙ. Быйыл ғына, үҙизоляция режимы булғас, ситтән ҡайта алманылар. Иҫтәлекле алтаҡтаның ошо йортҡа ҡуйылыуы, минеңсә, дөрөҫ булалыр. Һуғыш осоро кешеләре һирәгәйә, улар менән тарихыбыҙ ҙа юғала. Ошо алтаҡта тарихи хәтерҙе һаҡлап, киләсәк быуынға еткерер, - тип тәьҫораттары һәм хәтирәләре менән бүлеште Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафиндың һеңлеһе Вәсилә Бәҙрислам ҡыҙы.

Наилә Имаева.

    • Биография

      Сафин Нурулла Давлетгареевич родился 25 июля 1923 года в селе Старые Казанчи (ныне — Аскинского района) в семье бедного крестьянина. В раннем детстве он остался круглым сиротой, с сестрой воспитывался в семье дяди, брата отца, где было пятеро детей.
      В 1931 году он пошёл в школу, окончил семь классов. После школы работал в колхозе конюхом, потом бригадиром полеводческой бригады.
      В Красную Армию Нурулла Давлетгареевич был призван в 1943 году. В армии Сафин был миномётчиком, командовал расчётом, проявил мужество и бесстрашие. За образцовое выполнение боевых заданий командования в боях, и проявленные при этом отвагу и героизм, Указом Президиума Верховного Совета СССР от 10 апреля 1945 года Нурулле Давлетгареевичу было присвоено звание Героя Советского Союза[1][2].
      Член КПСС с 1952 года.
      После окончания войны гвардии сержант Сафин был демобилизован из рядов Советской Армии, работал заместителем председателя сельсовета, заместителем председателя колхоза в родном селе. Нурулла Давлетгареевич последние пятнадцать лет своей жизни прожил в Уфе.
      Умер Н. Д. Сафин 15 мая 1995 года, похоронен в селе Старые Казанчи.
      Семья: жена Наиля Ахатовна, трое сыновей и дочь. Старший сын — Зуфар Нуруллинович — депутат Государственного Собрания Республики Башкортостан, председатель комитета по государственному строительству. Средний — Риф Нуруллинович и дочь — Зиля Нуруллиновна — работали в нефтегазовой промышленности страны. Младший — Булат Нуруллинович — предприниматель в сфере сельского хозяйства.

      Подвиг

      «Командир миномётного расчёта 467-го гвардейского миномётного полка (7-й гвардейский танковый корпус, 3-я гвардейская танковая армия, 1-й Украинский фронт) комсомолец гвардии старший сержант Сафин отличился 23.01.1945. Его расчёт в числе первых в полку преодолел Одер в р-не м. Грошовице[3], участвовал в боях за плацдарм. Отражая контратаки противника, нанес ему значительный урон в живой силе и технике»[4].

      Награды

      • Медаль «Золотая Звезда» Героя Советского Союза (10.04.1945)[2][4];
      • орден Отечественной войны 1-й степени (11.03.1985)[6];
      • медаль «За отвагу» (1943);
      • другие медали.

        Память

        По завещанию Нуруллы Давлетгареевича в селе Старые Казанчи была построена мечеть, названная в его честь «Нурулла».
        На родине Героя установлена мемориальная доска.
        • Читайте нас: