Бөтә яңылыҡтар

“Кәрәкмәй беҙгә һуғыш, донъялар булһын тыныс”

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 8-се В класы уҡыусылары ла Еңеү көнөн ҙур тулҡынланыу менән көттө. Улар һуғышта ҡатнашҡан ҡарт олатайҙары тураһындағы иҫтәлектәрҙе яңыртты, шиғырҙар ятланы, видеолар әҙерләне, “Үлемһеҙ полк” онлайн акцияһында ҡатнашты.

— Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын уҡыусыларым тулҡынланып көттө. Йыл башынан уҡ класс сәғәттәрендә был темаға әңгәмәләр үткәреп килдек. Балалар бик әүҙем, тырыштар, ата-әсәләр ҙә һәр ваҡыт ярҙамға әҙер. Һәр береһе һуғышта ҡатнашҡан ҡарт олатаһының фотоларын яңыртты, ата-әсәләренән улар тураһында һорашты. Байрам алдынан үҙизоляция режимында уҡыусыларым менән һуғыш тураһындағы “Приходят к дедушке друзья” шиғырын ятлап, видео төшөрҙөк. Бик матур килеп сыҡты. “Үлемһеҙ полк” онлайн-акцияһында ла ҡатнаштылар. Гөлшат Ғәйбәҙуллина Гөмбә ауылында йәшәгән инде мәрхүм ҡарт олатаһы Насретдин Ғәйбәҙуллин тураһында хәрби хеҙмәттәге фотоларын да ҡулланып, йөкмәткеле видео эшләне. 1936 йылда совет армияһы сафына алынған Насретдин Ғәйбәҙулла улы рус-фин һуғышында ла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шуныһы ҡыҙғаныс, ғаиләләренән алты бер туған китеп, икеһе генә иҫән ҡайта. Уҡыусыларым Динә Мозафарова һәм Денис Әхтәмшин яҡындары менән бейеп, “Еңеү вальсы”нда ла ҡатнашты. Ил азатлығы өсөн һуғышта ҡатнашҡан, һәләк булған яугирҙарыбыҙҙың исемдәре онотолмаһын ине. Әлеге көндә иҫән һуғыш һәм тыл ветерандары йәш быуындың тейешле ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәһен ине, сөнки бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн беҙ уларға бурыслы, — тип һөйләне 8-се В-ларҙың класс етәксеһе Алия Мөхтәсәр ҡыҙы Сафина.
Олатайҙарын, ҡарт олатайҙарын хөрмәт менән иҫкә алған, улар менән ғорурланып йәшәгән балаларға афарин, тибеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас в