Бөтә яңылыҡтар

Берлинды штурмлауҙа ҡатнашыусы яугир

Бөрө районы Үгеҙ ауылында ғүмер кисереүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаян Муллаян улы Муллаянов ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылаған саҡта ветерандарыбыҙҙы барлау, уларҙың ни хәлдә йәшәүҙәре менән ҡыҙыҡһыныу — беҙҙең оло бурысыбыҙ. Уларҙың береһе — районыбыҙҙың Үгеҙ ауылында ғүмер кисереүсе Ғаян Муллаян улы Муллаянов хаҡында һүҙем.
1923 йылда Кушнаренко районы Туҙлыҡуш ауылында тыуған Ғаян ағайҙың йәшлегенең иң матур йылдары һуғыш һөрөмөнә сорналған. Кушнаренко педагогия техникумында уҡып йөрөгән йәш егетте 1941 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Орск ҡалаһында кесе лейтенант итеп әҙерләп сығаралар улар төркөмөн. Картография серҙәренә төшөндөрәләр.
1945 йылдың май айына тиклем ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша Ғаян Муллаян улы. 1-се Белорус, 1-се һәм 2-се Украина фронттарында һуғыша. Минск, Прага, Варшаваны азат итеүҙә, Берлинды штурмлауҙа ла ҡатнаша йәш һалдат. Ул ваҡытта званиеһы буйынса өлкән сержант булған Ғаян Муллаян улының өлөшөнә Рейхстагты штурмлау тейә. Рейхстаг подвалын тикшергәндә канцелярияла профсоюз ойошмаһының штандартын һәм байрағын табып, штаб генералына тапшыралар. Ошо иҫтәлекле мәлде Өфө егете фоторепортер Р. Ғүмәров фотоға төшөрөп ала: был фотоматериал аҙаҡ “Штурм Берлина” тип аталған киноэпопея кадрҙарында сағылыш табып, бар донъяны айҡап сыға.
1946 йылда һуғыштан ҡайтҡан уҡытыусы егет үҙенең артабанғы ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай. Бөрө педагогия институтының тарих факультетын тамамлап, 30 йылдан артыҡ директор вазифаһын үҙ иңдәрендә тарта. Аҙаҡ эстафетаны лайыҡлы кешегә — үҙенең уҡыусыһы Вәсимә Шәмсехәмәт ҡыҙы Шәмсиеваға тапшыра. Үҙе хаҡлы ялға сыҡҡас та, өйҙә ултырып сыҙамай – 10 йыл самаһы уҡыусыларға башланғыс хәрби белем серҙәрен өйрәтә. Ветеран әле лә үҙенең икенсе тыуған йортона әйләнеп бөткән мәктәбен онотмай. Осрашыуҙарҙа йыш булып тора.
Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер бирәләр. Оло улы Рифҡәт нефтсе һөнәрен һайлаһа, ике ҡыҙы Өфө заводтарында эшләне. Әле Рифҡәт Fаян улы Үгеҙ ауылында ғүмер итә.
Әлбиттә, һуғыш яралары ла үҙен йыш иҫкә төшөрөп, тынғыһыҙлай. Һыҙланһа ла, артыҡ зарланмайынса ғүмер көҙөн кисерә ветеран. Ғаян Муллаян улына аяҙ күк йөҙө, имен көндәр, бәхетле ҡартлыҡ, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәүен теләйбеҙ. Оло хөрмәт һиңә, Европаға Еңеү яҙын килтергән ветеран!
Гөлнур ҠАСҠЫНОВА.
Бөрө ҡалаһы.
Читайте нас: