Бөтә яңылыҡтар

Яңыртылған обелискыға гөлләмәләр һалынды

Кисә бөтә ил менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләнек. Районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәһендә тыл эшсәндәрен, ветерандарыбыҙҙы тәбрикләү саралары, обелискыларга, стелаларға гөлләмәләр һалыу тантаналары үтте. Солтанай ауылында ла ошо уңайҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыу сараһы ойошторолдо.

Карантин сараларына бәйле, мәрхүм ауылдаш ветерандарын иҫкә алырға теләүсе Ҡаракүл, Ҡушкүл, Солтанай ауылы халҡы ла, үҙҙәренең ҡарт олатайҙарына, ҡарт өләсәйҙәренә бәхетле киләсәк өсөн рәхмәт әйтергә теләүсе балалар ҙа сарала ҡатнаша алманы. Тантана Солтанай ауыл мәсетендә микрофондан ауыл халҡына мөрәжәғәт итеүҙән башланды. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Әдисә Ғилмийәрова оло байрам менән тыл эшсәндәрен, ауыл халҡын ихлас тәбрикләп, имен тормош, тыныс күк йөҙө теләне. Артабан Солтанай башланғыс класс уҡыусылары тарафынан алдан әҙерләнгән концерт номерҙары яңғыраны. Балалар Еңеү байрамына бағышлап йырҙар йырланы, йөкмәткеле шиғырҙар уҡыны.
Балаларҙың сығышынан һуң Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып иҫән-имен ҡайтҡан һәм яуҙа һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға (һаҡланыу сараларын ҡулланып) гөлләмәләр һалынды һәм яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Әйткәндәй, быйыл обелиск ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарары менән Асҡындан эшҡыуар Ринат Миндийәров ярҙамы менән яңыртылды. Солтанай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына киткән ир-егеттәрҙең 16-һы иҫән ҡайтһа, 14-е яу яландарында ятып ҡала, ә Ҡаракүл, Ҡушкүл ауылдарынан 10-ыһы һәләк булһа, 16-һы тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхетенә ирешә...
Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев һуғыш ваҡытында ал-ял белмәй Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән тыл эшсәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм сараға килеүсе Тәкмилә апай Сөләймәноваға Ҡотлау открыткаһын тапшырҙы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: