Бөтә яңылыҡтар

Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй

Ҡариҙел районында 75-се Еңеү яҙын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан биш ветеран ҡаршыланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы һуғыш уты аша үткән, яраланған. Шуларҙың береһе — Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Әкрәм Шабан улы Шабанов.


Әкрәм ағай Ураҙбаҡты ауылында тыуып-үҫкән. Һуғыш ваҡытында, алғы һыҙыҡҡа эләккәнсе, 1942 йылда Ҡурғанда авиамеханика мәктәбендә, унан һуң хәрби пехота училищеһында уҡып сыға.
Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һалдатҡа еңел булмай. Ул разведкала хеҙмәт итә. Бер ваҡыт ул иптәше менән боҫҡонға (засадаға) эләгә, немец пуляһы Әкрәмдең маңлайына тейә. Ошо яраланыуҙан ул ваҡытлыса күреү һәләтен юғалта, госпиталдә дауалана. Унан һуң да Калинин йүнәлешендә, Украинала һуғышҡанда ла дошман пуляһы уны ситләп үтмәй.
Фронттан ҡайтҡас, Әкрәм Шабан улы Өфөлә аяҡ кейемдәре фабрикаһында эшләй. Унан һуң Урта Азияға сығып китә. Тыуған яғына ҡайтҡандан һуң ул рабкоопта тауар белгесе, торлаҡ-коммуналь хужалығында завхоз булып эшләй.
Фронтовиктың күкрәген байтаҡ хәрби наградалар: 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, быйыл Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан тапшырылған һәм башҡа миҙалдар биҙәй.
Хөрмәтле ветеран Әкрәм Шабан улы йәш быуында үҙ өлгөһөндә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй.
Фотола Әкрәм Шабанов улы Марсель һәм
килене Зөһрә менән.
Люция Карамова.
Читайте нас: