Бөтә яңылыҡтар

Тылда Еңеүҙе яҡынайтыусы

Оло хөрмәткә лайыҡ Мәҡфиә Мөғәллим ҡыҙы Ҡариҙел районында тыныс тормошҡа һөйөнөп йәшәй.


Тылдағы ауыр хеҙмәтте үҙ иңдәрендә күтәргән ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Аҡбүләк ауылында йәшәүсе Мәҡфиә Мөғәллим ҡыҙы Тәғрифуллина Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе көслө рухлы, күпте күреп, күпте кисергән ветерандарҙың береһе.
— Ғаиләлә беҙ биш бала инек: иң өлкәне — мин, унан Сания, Фоат, Мәғәфүр һәм Фәниә. Ата-әсәйем ауыр йәшәһә лә, балаларға белем бирергә тырышты. Тыуған ауылым Иҫке Аҡбүләктә 4-се класҡа тиклем, артабан күрше Хәлил ауылында уҡыным. 7-се кластан һуң «Интернационал» колхозында һауынсы булып хеҙмәт юлымды башланым. Эш ауыр булһа ла, бирелгән нормаларҙы үтәп барҙым. Ул ваҡытта барыһы ла тырышып, бар көсөн эшкә һалды. Бер кем дә эшһеҙ ятманы. Әгәр ҙә эшкә сыҡмай ҡалһаң, оят! Тыңлашмаһаң, һине рәйес саҡыртып әрләй, яза бирә. Ә халыҡ былай ҙа тырышып, яҡшы тормошҡа яҡты хыялдар менән колхозда көн-төн эшләне, — тип хәтирәләр йомғағын һүтә Мәҡфиә әбей.
Йәш ҡыҙ шулай тыныс, матур, бәхетле тормошҡа өмөтләнеп йәшәй. Йәшлек мөхәббәте Нурзыя Ғәббасовты осрата. Бер-береһен яратҡан йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡора, әммә һөйгәне менән бәхетле йәшәү, шатлыҡлы көндәр оҙаҡҡа һуҙылмаған икән. Нурзыяны 1940 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алалар ҙа, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китеү менән, турыға һуғышҡа алып китәләр. Был ваҡытта ауылда ҡыҙҙары Әлфиә тыуа. Йәш ҡатын, күп тә тормай, фронттан иренең хәбәрһеҙ юғалыу ҡағыҙын ала.
Һуғыш йылдарында Мәҡфиә әбей ниндәй ауырлыҡтар кисергәнен бер үҙе генә белә. Йәш балаһы булыуына ҡарамаҫтан, иртәнән кискә саҡлы колхоз баҫыуында иген игә. Кисен өйгә ҡайтып, балаһына ашарға бешерә, малдарын ҡарай. Тәне, аяҡтары һыҙлауына ҡарамаҫтан, бер генә лә һыҡранғанын хәтерләмәй. Иртән тороп тағы эшкә йүгерә.
Һуғыш йылдарында барлыҡ халыҡ үҙен аямай, көсөнән килгәнсе, арып йығылғансы эшләгән. Йыйып алған ашлыҡты фронтҡа оҙаталар. Үҙҙәре аслы–туҡлы булһа ла, бирешмәгән. Улар дошманды еңеп, яҡындары менән тыныс тормошта йәшәү теләге менән көн күргән. Ниһайәт, көтөп алған Еңеү килә! Яңы тормош башлана, халыҡ тыныслыҡта йәшәй башлай. Мәҡфиә әбей 1946 йылда Хисмәтулла Тәғрифуллинды осрата. Уның менән ғаилә ҡороп, 45 йыл бергә тормош көтәләр.
Бар емерек төҙөкләндерелә, яңы техникалар әкренләп ҡайта. Яңы мәктәп, почта бүлексәһе һалына. Халыҡҡа яңы эш урындары булдырыла.
Мәҡфиә әбей хат ташыусы булып дәртләнеп эш башлай. Ул Иҫке һәм Яңы Аҡбүләк, Хәлил, Юлдаш, Мәлик ауылдарына гәзит–журналдар, хаттар тарата. 46 йыл эш дәүерендә күпме саҡрым юлдар үтә! Ҡышҡы буран, һыуыҡтарына ҡарамайынса, эшен еренә еткереп башҡара.
— Мине кешеләр көтөп алды. Донъялағы бар яңылыҡ минең сумкамда кеүек ине. Гәзит-журналдарҙы бала-сағалар урамда уҡ уҡый башлай, хат килһә, ҡыуанысынан һөйөнсөгә йүгерерҙәр ине. Бынан тыш, пенсия, балалар өсөн пособие аҡсаларын да тарата инем, — тип йылмая.
1979 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан, ләкин егәрле, эшһөйәр ҡатынды тиҙ генә эштән бушатмайҙар. Ул 1992 йылға тиклем яратҡан эшен башҡара.
Мәҡфиә әбейҙең ҡәҙерләп һаҡлаған һандыҡ архивында «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, бик күп Почет грамоталары, Бөйөк Ватан һуғышының юбилей миҙалдары һәм фотолар һаҡлана. Уның 90 йәшлек юбилейы менән «Курьер почтаһы» гәзите ҡотлаған. Район почта бүлексәһе лә уны йыл һайын почта хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләй. Уларҙың күрһәткән матди ярҙамдары өсөн бик рәхмәтле ул.
Үҙенең мөбәрәк йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәҡфиә әбей элекке кеүек егәрле. Йорт тирәһендә ҡул ҡаушарып ултырмай. Көсө еткән эште үҙе башҡара. Йәшелсә баҡсаһында кишер, ҡыяр, һуғанды йыл да ултырта. Еләк-емештәрен йыйып, сүптәрен түгергә туғандары ярҙамлаша. Ҡышҡы һалҡындарҙа ул йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләп, туғандарын ҡыуандыра. Балаларға тормошто яратырға, бар нәмәнең ҡәҙерен белергә өйрәтә. Тыуған ергә кәрәкле кеше булып үҫеүҙәрен теләй.
96 йәш тулыуына ҡарамаҫтан, ул бик ихлас әңгәмәсе, хәтере лә яҡшы. Беҙгә һуғыш тураһында бер ҡасан да онотмаҫҡа ҡуша, унда ҡатнашҡан барлыҡ кешене ихтирам итеүебеҙҙе һорай. Шундай көслө рухлы тыл ветераны менән ғорурланам. Оло быуын кешеләре, әлбиттә, зарланырға яратмай, ләкин беҙҙән иғтибар һәм ярҙам көтә. Әйҙәгеҙ, уларға ихтирамлы булып, иҫән ваҡыттарында ҡәҙерләп, хөрмәт күрһәтәйек!
Гөлдәр ХАЖИЕВА, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты.
Читайте нас: