Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!

Еңеү көнөндә Табаҫҡытамаҡ ауылында йәшәүсе Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Закирйән Ниғәмәтйән улы Ниғәмәтйәнов хөрмәтенә лә мини-парад ойошторола. Сара ваҡытында үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы талаптары үтәлә.

Табаҫҡытамаҡ ауылында йәшәүсе Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Закирйән Ниғәмәтйән улы Ниғәмәтйәнов өсөн 75-се Еңеү көнө айырыуса үҙенсәлекле, сағыу үтә. “Ветеран йорто янында парад” тип аталған илһөйәрлек акцияһы сиктәрендә уны йорто алдына килеп тәбрикләйҙәр.

"Яугир өсөн район һәм ауыл хакимиәте вәкилдәре, бер нисә мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәре, ауылдашы ҡатнашлығында йорто эргәһендә матур парад ойошторолдо, сәскәләр, бүләктәр тапшырылды, иң йылы ҡотлау һүҙҙәре еткерелде. Коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Закирйән Ниғәмәтйән улы тантананы өйҙән тәҙрә аша күҙәтте, һәр сығышҡа рәхмәтен белдереп, ҡул болғаны", - тине урындағы хәбәрсебеҙ.

Наилә Имаева.

Лилиә Шәрифғәлиева һәм Рауза Таваева фотолары.

Читайте нас: