Бөтә яңылыҡтар

Генералдың туғандары сикһеҙ шат!

Быйылғы Еңеү байрамы республикала Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исеме менән тығыҙ бәйле үтте. Башҡортостанға легендар командирҙың "Алтын Йондоҙ"о ҡайтты, ошоға бәйле тантаналы саралар ойошторолдо. Уларҙа генералдың туғандары ла ҡатнашты һәм фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Уларҙың береһе - Марат Әсҡәт улы Ғәҙелшин, Миңлеғәле Шайморатовтың бер туғанының ейәне. Марат Әсҡәт улы авиация институтын тамамлағас, офицерҙар династияһын дауам итә. 25 йыл дауамында Волга буйы хәрби округында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә, подполковник.
"Тулҡынландырғыс хис-тойғолар кисерәм. 77 йыл буйына көткән ваҡиға тормошҡа ашты: генерал Шайморатов, ниһайәт, Рәсәй Геройы булды. Миңә, хәрби кешегә, был икеләтә ҡыуаныс һәм мәртәбә. Тарихҡа әйләнеп ҡайтып, шуны әйтергә мөмкин: минең атайым 2009 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветерандар берләшмәһенә етәкселек итте һәм “Комдив ҡайта” акцияһына башланғыс һалды. Ул генералға Рәсәй Геройы исеме биреү өсөн ҡултамғалар йыйыу ойошторҙо. Хеҙмәте бушҡа үтмәне, мин быға ифрат шатмын. Был - үтә мөһим тарихи ваҡиға, мин кемдеңдер 77 йылдан һуң награда алғанын ишеткәнем юҡ ине әле", – тине подполковник.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шайморатовтың ике туған ҡустыһы Әсҡәт Ғәҙелшин был шатлыҡты көндәрҙе күрә алмаған. Әйтелгәнсә, ул генералға әлеге исемде биреү өсөн бик күп көс һалған кеше була. Бәләкәйҙән үк Миңлеғәле Шайморатовтың өлгөһөндә офицер булырға хыяллана. Подполковник була, бик күп миҙал һәм ордендар менән наградлана.
Легендар генералдың тағы бер нәҫеле - бер туған ағаһының бүләһе Рөстәм Мәнәшев тә сараларҙа ҡатнаша. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, шул уҡ ваҡытта уҡыу йортоноң хәрби кафедраһында уҡыған. Инженер-саперҙар подразделениеһы командиры.
"Бөгөнгө сара – еңеү. Барлыҡ быуын вәкилдәре өсөн оло ҡаҙаныш ул, һәммәбеҙ бергә ҙур һөҙөмтәгә өлгәшә алдыҡ. Миңлеғәле Шайморатов менән туғанлыҡ бәйләнеше миңә ҙур йоғонто яһай: уның холҡондағы сағыу һыҙаттарҙы үҙемә алырға тырышам. Ата-бабаларыңа лайыҡлы булыу мөһим тип иҫәпләйем", – тине Рөстәм Мәнәшев.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Generaldi-tu-andari-sik-e-shat-260523/
Читайте нас: