Бөтә яңылыҡтар

“Ҡарт олатайым менән ғорурланам!”

Ҡашҡа урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Вадим Әғләмов ҡарт олатаһы Назим Әғләм улы Әғләмов тураһында ғорурланып һөйләне.

Ҡашҡа урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Вадим Әғләмов ҡарт олатаһы Назим Әғләм улы Әғләмов тураһында ғорурланып һөйләне:

- Ҡарт олатайым Назим Әғләм улы Әғләмов 1924 йылдың 3 декабрендә Асҡын районы Солтанбәк ауылында Әғләм Хөснийәр улы Хөснийәров ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы ауылда белемле кешеләрҙән була. Заманында ул Ҡубияҙҙа Ғилжан хәҙрәт мәҙрәсәһендә һабаҡ алған. Шуғалыр ҙа үҙ балаларын да уҡытырға ынтылған.
Башланғыс белемде ҡарт олатайым Солтанбәктә ала. Көслө рухлы, бик тырыш, физик яҡтан сыныҡҡан егет булып үҫә. Артабан ул уҡыуын Бөрө педагогия институтында дауам итә.Уҡыуын тамамларға өлгөрмәй, һуғыш башлана. 1942 йылда ул фронтҡа китә. Ҡыҙыл Байраҡлы Амур хәрби флотилияһының Зей-Бурей бригадаһында зенит пулемет бүлеге командиры булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың август, сентябрь айҙарында Японияға ҡаршы һуғышта ла ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. Улар араһында “Нахимов миҙалы”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары ла бар.
Ҡарт олатайым 1950 йылдың 19 мартында ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғыш емереклектәрен тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша, ул осорға хас булған бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә күтәрә.
1950 йылдың сентябрендә Урмияҙ урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Бында ул ауылдашы Мөбәллиға Мәхийән ҡыҙы Мәхийәнова менән осраша. 1951 йылда улар ғаилә ҡора. 1953 йылда ҡарт олатайым Бөрө педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, тарих уҡытыусыһы белгеслеген ала.
1953 йылдың авгусында Үршиҙе ауылына күсәләр. Ҡарт олатайым мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Ул был вазифала 1965 йылға тиклем эшләй. 1965 йылдың сентябренән Ҡашҡаға килеп төпләнәләр. Мәктәптә хеҙмәт юлдарын дауам итәләр, бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнәләр.
Улар ике ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Бөгөн балалары илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә төрлө вазифаларҙа намыҫлы хеҙмәт итә.
Минең Раил олатайым ғаиләлә дүртенсе бала. Өләсәйем Гөлниса Әбделғалим ҡыҙы менән татыу, матур ғаилә ҡороп, етеш тормош көтә. Беҙгә һәр саҡ өлгө булып, ярҙам итеп торалар.
Минең ҡарт олатайым кеүек бик күптәр Ватаныбыҙ өсөн ҡан ҡойғос һуғышта Еңеү яулап ҡайта. Ә күпме ир-егеттәр балаларын - етем, ҡатындарын тол ҡалдырып яуҙа ятып ҡала? Дәһшәтле һуғышты оноторға ярамай. Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәт менән иҫкә алырға тейешбеҙ. Бөгөнгө тыныс тормошто бүләк иткәндәре өсөн улар алдында баш эйәбеҙ.
Наилә ИМАЕВА.
Читайте нас: