Бөтә яңылыҡтар

Йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр

Бөйөк Ватан һуғышында үлем менән күҙгә-күҙ ҡарашып, уттар-һыуҙар кисеп, дошманды еңеп, тыуған еренә иҫән-имен ҡайтып та, үҙҙәре яулаған тыныс тормошта ғаилә ҡороп, балалар һөйә алмаған яугирҙарыбыҙ байтаҡ булған. Шундайҙарҙың береһе — олатайыбыҙҙың бер туған ағаһы Фәғимйән Ғаян улы Ғаянов. Уның данлы, шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын иҫкә алһаң, яҙмыштың ни тиклем аяуһыҙ икәнен аңлайһың...

Фәғимйән Ғаянов 1919 йылда Ҡаракүл ауылында Миңкамал һәм Миңлеғаян Әхмәтшиндар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа. Апаһы Кифая, ҡустыһы Ғалишан, һеңлеһе Саимә менән бик татыу үҫәләр. Заманалар ауыр була. Тиҫтерҙәре кеүек бик йәшләй хеҙмәткә егелә, колхоздың бер эшенән дә ситтә ҡалмайҙар. 1939 йылда ул Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы сафына алына. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың ноябрендә гвардия өлкән сержанты званиеһында фронтҡа китә. Ул 2-се Украина фронтының 9-сы гвардия һауа-десант дивизияһының 23-сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ (19.06.1945 йыл), 1-се (30.08.1944 йыл) һәм 2-се дәрәжә (19.05.1944 йыл) Ватан һуғышы ордендары һәм күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнә. Ҡыҙыл Байраҡ орденының бүләкләү ҡағыҙында шундай юлдар бар: “Иптәш Ғаянов, танкка ҡаршы орудие командиры булараҡ, 1942 йылдың 24 декабренән алып Прохоровканан Үҙәк Германияға тиклем батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, полк менән данлы яу юлы үтә.1944 йылдың 6 авгусында Вислока йылғаһы буйында немец танкылары беҙҙең полкты арттан атакаға ала, взвод командиры паникаға бирелеп йүгергәс, иптәш Ғаянов взвод менән командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.Төҙәүсе урынына баҫып, ул үҙенең орудиеһынан өс немец танкын (береһе королевский тигр һәм икеһе ауыр танк була) һәм 20-нән артыҡ дошман һалдатын юҡ итә. Һөҙөмтәлә, һөжүм кире ҡағыла. Ошо йылдың 8 авгусында гитлерсылар йәнә атакаға күтәрелә, иптәш Ғаянов тағы ла командалыҡ итеүҙе үҙенә ала һәм шәхсән үҙе төҙәүсе булып, өс пулеметты, 30-ҙан ашыу дошман һалдатын ҡыйрата. 1945 йылдың 20 апрелендә лә Шпремберг ҡалаһын штурмға алғанда, орудие командиры булараҡ, немецтың бер ауыр танкын һәм ике орудиеһын юҡ итеп, беҙҙең пехотаға ҡаланың көнбайыш яғына сығырға мөмкинлек бирә. Прохоровканан Үҙәк Германияға тиклем үткән яуҙарҙа Гаянов Фәғимйән үҙенең расчеты составында алты танкты, ете орудиены, 42 пулеметты һәм 250-нән ашыу дошман һалдатын юҡ тә...” ( “Халыҡ батырлығы” сайтынан алынды).
Шулай Фәғимйән олатай һуғыштың башынан аҙағына тиклем яу юлы үтеп, 1946 йылда тыуған ауылына ҡайта. Тырышып колхозда эшләй. Сая, ҡурҡыу белмәҫ егет яҡты, матур киләсәккә пландар ҡора. Ләкин уға яуланған имен тормоштоң рәхәтен күрергә, һөйөнөп эшләргә, ауылын, колхозын тырыш хеҙмәте менән алға итергә насип булмай. 1947 йылда Балтас районынан булған һөйгән ҡыҙын һоратып барырға юлға сыҡҡанда, фажиғәле вафат була.
Ошо дәһшәтле һуғышты үткән һәр яугир Герой исеменә лайыҡ. Ләкин шуныһы ҡыҙғаныс, бөгөн, Еңеүҙең 75 йыллығында, беҙ ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙың күбеһенә әйтер һүҙҙәребеҙҙе, рәхмәттәребеҙҙе еткерә, хәбәрҙәребеҙ, шатлыҡтарыбыҙ менән уртаҡлаша алмайбыҙ. Ғаиләбеҙҙең Геройы — Фәғимйән олатай ҙа йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәр.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: