Бөтә яңылыҡтар

Шайморатов вариҫы

Башҡорт кавалерия дивизияһы составында, Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә һуғыш юлын үткән ветерандар йылдан-йыл һирәгәйә бара. Шуларҙың береһе - Ғәбделхәй Әүхәт улы Зарипов бөгөн Мишкә районы Кесе Нәкәрәк ауылында улы һәм килене менән йәшәй.

Мишкәнән Ғәбделхәй Зарипов генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды

Башҡорт кавалерия дивизияһы составында, Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә һуғыш юлын үткән ветерандар йылдан-йыл һирәгәйә бара. Шуларҙың береһе Ғәбделхәй Әүхәт улы Зарипов бөгөн Мишкә районы Кесе Нәкәрәк ауылында улы һәм килене менән йәшәй.
Ғәбделхәй Зарипов фронтҡа ебәреүҙәрен һорап военкоматҡа барғанда уға ни бары 17 йәш була. Бөгөн, үҙенең 96 йәшендә, әгәр тағы ла йәшлегемә ҡайтып булһа, һис шикһеҙ, ошо ҡарарҙы ҡабул итер инем, ти.
Ветеран 1923 йылда Мишкә районы Татарбай ауылында игенсе ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә улар биш бала тәрбиәләнә. 1930 йылда Татарбай башланғыс мәктәбенең 1-се класына уҡырға төшә. Эшләп үҫә Ғәбделхәй, ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы була.
Һуғыш тураһында хәбәрҙе уларға лагерҙа еткерәләр. Шул минуттарҙа уҡ ул фронтҡа китергә хәл итә. Әммә 17 йәшлектәрҙе бер кем дә һуғышҡа алмаясаҡ, тиһәләр ҙә, ныҡышып фронтҡа китә йәш егет.
Ғәбделхәй Зариповты 1941 йылдың авгусында һауа-десант ғәскәрҙәренә алалар. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр. Башҡортостандан ике десантсы бригада төҙөлә. Мишкә районынан был отрядҡа 16 кеше эләгә. Үкенескә күрә, 16 кешенән ни бары Ғәбделхәй Әүхәт улына ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була.
Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр. Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте өйгә артабан дауаланырға ҡайтаралар. Бар ир-егет фронт һыҙығында булғанда Ғәбделхәй Зариповҡа өйҙә ятыу тынғылыҡ бирмәй. Ул тағы ла военкомат юлын тапай башлай. Шулай итеп, 1943 йылда уны Туймазы станцияһына данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ ай хеҙмәттән һуң егет сапер батальоны составында фронтҡа оҙатыла. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әүхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. “Хәрби уңыштары өсөн” наградаһы, унан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Һуғышты ул Берлиндың үҙендә тамамлай. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайтып төшә һалдат. “Рәфәнде” совхозында экспедитор булып эшләй. Ғаилә ҡора. 1965 йылдан Зариповтар ғаиләһе Кесе Нәкәрәк ауылында йәшәй. Тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре яугир олаталарының хәлен белешеп тора.
23 февралдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделхәй Әүхәт улына быйыл беренсе тапҡыр бирелә башлаған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алғанда Ғәбделхәй Әүхәт улына, иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.
Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: