Бөтә яңылыҡтар

Сабыр, уңған, көслө рухлы

Һуғыш башланғанда Асҡын районы Солтанбәк ауылында йәшәүсе Нәжибә Мостафа ҡыҙына ни бары биш йәш була.

Ҡәһәрле һуғыштың тамамланыуына 75 йыл тулһа ла, юғалтыуҙары, барлыҡ ауырлыҡты, ҡайғы –хәсрәтте үҙ йөрәге аша үткәргән оло быуын кешеләренең күңеленән был дәһшәтле йылдар юйылмай ҙа, онотолмай ҙа. Киреһенсә, һулҡылдап торған йөрәк яралары яңынан асыла...
Һуғыш башланғанда Асҡын районы Солтанбәк ауылында йәшәүсе Нәжибә Мостафа ҡыҙына ни бары биш йәш була.
— Һуғыш минең үҫмер сағымды, йәшлегемде урланы. Бәләкәй булһам да, атайымды яуға оҙатҡаныбыҙ хәтеремдә ҡалған. Бесән ваҡыты ине. Өс бер туған — атайым Мостафа һәм Ғиззәтулла, Әхмәтсафа бабайҙарымды ауыл осона ҡәҙәр оҙатып барҙыҡ. Заһиҙә һеңлем, Әҙһәр ҡустым менән атайымды бер нисә көндән ҡайтыр, тип көтә инек. Ләкин һуғыш үҙенекен итә: миллион ҡорбандар кеүек, атайым да Тыуған ил алдындағы бурысын батырҙарса үтәп, сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалды. Ул саҡта миңә ете йәш ине. Әсәйем был ҡайғыны үтә лә ауыр кисерҙе, ләкин бирешмәне, һынманы, сөнки беҙҙе, өс балаһын, ашатырға, кейендерергә һәм уҡытырға кәрәк ине.
Заманалар бик тә ауыр булды. Ауыл ир-егеттәрһеҙ етемһерәп тороп ҡалды, колхоз эштәре йәш үҫмерҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иңенә төштө. Бесән, ураҡ осоро күп көс талап итә ине. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылды, һәр кеше фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Ауыр эштән берәү ҙә зарланманы, кешеләр ас-яланғас булһа ла, үҙ-ара татыу ине.
Фронтовиктарҙың тол ҡатындарына был осорҙа икеләтә ауыр булды. Сөнки ал-ял белмәй эшләү менән генә түгел, ә һуғыш ауырлыҡтарын кисергән ирҙәрен дә көнө-төнө тигәндәй көттөләр, ҡасан да булһа ҡайтыуҙарына өмөтләнделәр. Ҡайғыларын тышҡа сығармай, эштән йыуаныс таптылар.
Бына оҙаҡ көткән Еңеү яҙы ла килде. Иҫән-һау ҡайтҡан яугирҙар эшкә егелде. Ауылда тормош әкренләп яйға һалына башланы. Ә тол ҡатындар ирҙәрен, ҡыҙҙар һөйгән егеттәрен һаман да көттө. Әсәйем дә көттө, тик атайым ҡайтманы, — тип һүҙен тамамланы Нәжибә әбей.
Тормош дауам итә. Хеҙмәт юлын бала саҡтан башлаған Нәжибә Мостафа ҡыҙына бишенсе класта уҡығанда уҡ 50 көн эш планы бирәләр. Көндөҙөн колхозда, ә кисен ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә етен йолҡоп, һуғып, талҡып, еп эрләй. Көҙ көнө картуфты йыйып алғас, таҙартып, центнерлап ҡоротоп, хөкүмәткә тапшырғандар. Шул картуф ҡабығын әрәм итмәйенсә ҡоротоп, он тарттырып, икмәк бешергәндәр.
19 йәшендә Ленинград өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр. Унда ике йыл ярым хеҙмәт итә, урман киҫергә лә тура килә. Ҡайтҡас, 1958 йылда Вахит Мәрүи улына кейәүгә сығып, Нәсимә, Нәфҡәт, Миҙхәт исемле балалар үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына баҫтыралар. Артабан хеҙмәт юлын фермала дауам итә. Бер йыл быҙау ҡарай, 19 йыл һыйыр һауа. Барыһы 38 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға ул. Ә тормош иптәше менән 28 йыл бергә татыу ғүмер итеп ҡала.
Бөгөн 84 йәше менән барған Нәжибә әбей был бай тормоштоң, тыныс күк йөҙөнөң ҡәҙерен белеп, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән ғүмер итә.
Нурсинә Әхмәрова.

Читайте нас: