Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланабыҙ, юҡһынабыҙ!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән көндө оло хөрмәт һәм һағыныу хистәре менән ҡәҙерле олатайыбыҙ, ҡарт олатайыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғалишан Ғаян улы Ғаяновты иҫкә алабыҙ.

Олатайыбыҙ Ғалишан Ғаян улы 1923 йылдың 3 авгусында Асҡын районының Ҡаракүл ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ул ауыр йылдарҙа тиҫтерҙәре кеүек эшләп үҫә. Белемгә ынтылыусан үҫмер Арбаш ауылында уҡып ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1939 йылда “Үҙәк” колхозында бухгалтер булып хеҙмәт юлын башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа алына. 1942 йылдың мартынан ноябренә тиклем Сталинград һуғышында ҡатнаша, яралана һәм демобилизацияланып тыуған яғына ҡайтып, еңеү өсөн тылда көрәшеүен дауам итә. Ауыр 1943-1946 йылдарҙа Жданов исемендәге колхозда рәйес вазифаһын башҡара. 1951-1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында ауыл өсөн етәксе кадрҙар әҙерләүсе совет-партия мәктәбендә уҡый һәм уны тамамлағас, йәнә Жданов исемендәге, артабан “Победа” колхоздарын етәкләй. 1962 йылдан 1970 йылға тиклем 22-се партсъезд исемендәге колхозда баш агроном вазифаһын башҡара. Дүрт йыл Асҡын хужалыҡ-ара урман хужалығында ла эшләй. 1974 йылдың февраленән олатайыбыҙ Яубүләк ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Ҡәҙерлебеҙ ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә эште йөкләтһәләр ҙә, уны ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән башҡара. Үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәрҙән дә шуны талап итә. Уға талапсанлыҡ, тырышлыҡ, яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар хас ине. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем була, район һәм ауыл Советтары депутаты итеп һайлана.
Ғалишан Ғаян улы Бөйөк Ватан һуғышындағы хәрби хеҙмәттәре һәм тыныс тормоштағы эшмәкәрлеге өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм “Почет билдәһе” ордендары һәм байтаҡ миҙалдар менән бүләкләнгәйне.
Олатайыбыҙ Урмияҙ ауылы һылыуы Мәүлизә Ғаббас ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Ҡушкүл ауылында йәшәйҙәр, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар балаларының һәр береһенә яҡшы тәрбиә бирергә тырыша, белем алырға ярҙам итә. Өләсәйебеҙҙең генә ғүмере ҡыҫҡараҡ булды,1993 йылда ауыр сир аяҡтан йыҡты. Һуғыштан бер ҡулы ғәрипләнеп ҡайтҡан олатайыбыҙ өләсәйебеҙҙең мәрхүменән һуң да балалары, ейәндәре ярҙамында мал ҡарап, баҡса үҫтереп йәшәне. 2001 йылдың февралендә, 78-се йәшендә, оҙайлы ауыр сирҙән вафат булды. Ҡәҙерле кешебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: