Бөтә яңылыҡтар

Өләсәйем сабырлыҡ һәм изгелек өлгөһө булды

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә данлы яу юлы үткән ветерандарыбыҙҙы хөрмәтләйбеҙ, иҫкә алабыҙ. Улар менән бер рәттән тыл эшсәндәре лә Еңеүҙе яҡынайтыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Шулар иҫәбендә беҙҙең өләсәйебеҙ Нажиә Фазлинур ҡыҙы Фәтхуллина ла булған. Ул яҙмыш ҡуйған ауыр һынауҙарға бирешмәйенсә, олатайыбыҙ вафат булғандан һуң алты баланы аяҡҡа баҫтырған көслө рухлы әсә лә, уны белгәндәрҙең оло ихтирамын яулаған һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ ҙа булды. Бәхетле ҡартлыҡ кисереп, үткән йәй, 93 йәшендә, өләсәйебеҙ беҙҙең аранан китте. Ҡәҙерле кешебеҙҙе бик һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.

Өләсәйебеҙ Ҡаракүл ауылында Сәғидә һәм Фазлинур Абраровтар ғаиләһендә 1926 йылдың июнендә тыуа. Заманалар ауыр булғанлыҡтан, уҡырға теләге ҙур булһа ла, йөрөп уҡып башланғыс мәктәптең дүрт класын ғына тамамлай. Атаһы, ялған ғәйеп тағылып, ауыр һынауҙар үтә. Сәләмәтлеге ҡаҡшап, ауыр сирҙән һуғышҡа тиклем вафат була. Оло бала булараҡ, Нажиә әсәһенең уң ҡулына әйләнә, һеңлеләре Йәмилә менән Мәүлиәне, ҡустыһы Мөхәмәтнурҙы ҡарау, барлыҡ колхоз эшендә ҡатнашыу уның нығынып та етмәгән иңенә төшә. Аслыҡ, яланғаслыҡтың асыһын етерлек татып, йәштәштәре, хатта үҙенән күпкә оло апайҙар менән ашлыҡ ташып, колхозда ниндәй эш бар, шуларҙың уртаһында ҡайнап, буй еткерә. Илебеҙгә дошман баҫып ингәндә уға ун биш йәш була. Бала-саға, ҡатын-ҡыҙ — һәммәһе лә еңеү өсөн тырыша. Улар иҫәбендә йәш Нажиә лә була. Ашарға юҡ. Бөтә кешенең күҙ терәп торғаны — үлән: балтырған, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ… Өләсәйебеҙ ул йылдар тураһында һөйләгәндә күҙ йәштәрһеҙ тыңлап булмай ине. “Аслыҡтан да асы бер нәмә лә юҡ, балам. Кистән ашаған үлән менән иртән эшкә сығып китеп, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып керәһең”, — ти ине ул ауыр йылдарҙы иҫкә төшөрөп.
Тиҫтерҙәре араһында үткерлеге, эшсәнлеге менән айырылып торған ҡыҙҙы Асҡын район ветеринария станцияһына ветеринария хеҙмәткәрҙәре әҙерләү буйынса тиҙләтелгән курсҡа уҡырға ебәрәләр. Дүрт ай уҡығандан һуң ул ауылға ҡайтып, бик ауыр шарттарҙа мал табибы булып эшләй башлай. Ул саҡта йәнәш ултырған Ҡаракүл һәм Ҡушкүл ауылдары “Үҙәк” колхозына берләшеп, аттар, һыйыр малы фермалары була. Ул йылдарҙа кешеләргә генә түгел, малдарға ла ауыр була, бигерәк тә аттар ныҡ ауырый. Йәш ветеринар өй рәтенән йөрөп көл йыйып (дарыуҙар булмағанлыҡтан), шуның менән тимрәүҙән интеккән аттарҙы дауалай. Талапсан, тура һүҙле, ҡыйыу ҡыҙҙы һуңыраҡ ферма мөдире итеп тә ҡуялар.
1947 йылда Ҡушкүл ауылы егете Нурулла менән ғаилә ҡоралар, өй төҙөп керәләр. Һуғыштан һуңғы йылдар ауырлығын бергә күтәреп, икеһе лә тырышып колхозда эшләй. Йәштәрҙең донъяһына йәм өҫтәп, бер-бер артлы балалар тыуа. Оло улдары Фәүхетдингә дүрт йәш булғанда, өләсәйебеҙгә ҡотосҡос юғалтыу кисерергә тура килә. Өйҙә ут сығып, әсәһе һәм 19 йәшлек һеңлеһе Мәүлиәнең тәндәре ныҡ бешә. Улар алған йәрәхәттәрҙән бер нисә көндән һуң дауаханала бер-бер артлы үлә. Ҡәҙерле кешеләренең вафатын бик ауыр кисерә, ҡайғыны эш менән баҫа.
Шулай йылдар үтә, тормош алға бара. Ғаиләлә хәҙер биш бала: Фәүхетдин, Фәйзүнә, Фәғәнәүи, Фоат, Фәғилә. Ата-әсәләре эштә булғанда бер-береһен ҡарап, терәк булып үҫеп киләләр. Ләкин яратышып ҡауышҡан йәштәргә парлы, бәхетле ғүмер кисерергә насип булмаған икән. Йәшәү саҡ ҡына еңеләйеп, балалар иҫәйеп барғанда, ғаилә башлығы урманға эшкә киткән ерендә фажиғәле вафат була. Өләсәйебеҙ 35 йәшендә алты бала менән тол ҡала. Оло улы Фәүхетдингә ул саҡта 12 йәш булһа, төпсөгө Нуртдин атаһы үлеп ике көн үткәс донъяға килә.
“Ҡайғы күлдәрендә ҡолас ташлап йөҙөргә тура килде. Хоҙай әҙәм балаһына күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар бирмәҫ, ти. Ауырлыҡтар менән сабырлыҡтар ҙа бирҙе”, — ти ине көслө рухлы өләсәйебеҙ.
Бәләкәйҙән ауыр эш башҡарыу, өшөп-туңыуҙар үҙенекен итә. Шуға өҫтәп, Ҡушкүл күленә эсерергә алып барғас аттар бата, ирҙәр менән бер рәттән уларҙы ҡотҡарышам тип, өләсәйебеҙ һыуыҡ һыуға төшә. Был хәлдәрҙән һуң сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшай, ревматизм менән сирләп, башҡаса эшкә сыға алмай. Алты баланы 12 һум пенсияға ҡарап, аяҡҡа баҫтыра. Уларҙы үҙ өлгөһөндә тәртипле, ғәҙел, тырыш итеп тәрбиәләй. Башҡаларҙан кәм-хур булмаһындар өсөн ҡулынан килгәндең барын да эшләй: аҙбар тултырып мал-тыуар аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, бал ҡорттары тота. Тегеү эшенә, бәйләм-сигеүгә бик оҫта була.
Балалары ла әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Мәктәпте тамамлап, бер-бер артлы юғары уҡыу йорттарына юллана. Тулы ғаиләләрҙә ҡайһы бер балалар уҡый алмағанда, улар икешәр юғары белемгә эйә була.Тормошта үҙ-үҙҙәренә юл ярған балалары менән өләсәйебеҙ ысын мәғәнәһендә ғорурланып йәшәне. Һәр береһе матур тормош ҡороп, балалар үҫтереп, юғары вазифалар биләне. Хәҙер үҙҙәре лә олатай-өләсәй булды, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана, төпсөктәре Нуртдиндан башҡалары хаҡлы ялда.
Әйе, ғүмер юлы еңелдән булмаһа ла, һәр саҡ киң күңелле, сабыр холоҡло булып ҡала белгән өләсәйебеҙ Нажиә Фазлинур ҡыҙы бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе. 16 ейән-ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп, 32 бүлә-бүләсәренең үҫеп килеүен күреү бәхетенә лә иреште ул. Был өләсәйебеҙҙең яҙмыш һынауҙарын сабырлыҡ менән үтеп, балаларына яҡшы тәрбиә биргәне, кешеләргә һәр ваҡыт изгелекле булғаны өсөн Хоҙайҙан оло бүләк булғандыр.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: