Бөтә яңылыҡтар

«Атайым менән ғорурланам!»

Солтанбәк ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Мөсәүирә Вәли ҡыҙы Имаева ла бөгөн атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтвәли Ғилмалтдин улы Ғилмалтдиновты оло хөрмәт менән ғорурланып иҫкә алды.

Солтанбәк ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Мөсәүирә Вәли ҡыҙы Имаева ла бөгөн атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтвәли Ғилмалтдин улы Ғилмалтдиновты оло хөрмәт менән ғорурланып иҫкә алды.

Бөгөн, Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулғанда, яу яландарында башын һалған һалдаттар, әйтерһең дә, йәнләнеп, беҙҙең менән Еңеү көнөн ҡаршылай. Өй түрендә тоған фотоларҙан беҙгә улар тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, тарихты онотмаҫҡа, илһөйәр булырға саҡырып, өндәп торғандай. Ошо фотонан һиңә ҡарап торған яҡын һәм ҡәҙерле кешең менән ғорурланыу күңелдәргә рух ныҡлығы, көс-дәрт өҫтәй, тормошто мәғәнәле итә...

Наилә Имаева.

Читайте нас: