Бөтә яңылыҡтар

Ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө

Асҡын районы Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе Малик Ағзам улы Ғайсин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала

Дәһшәтле яу юлын үткән ветерандарыбыҙҙың береһе — оло хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт ветераны, мәғариф отличнигы, ваҡытында әүҙем йәмәғәтсе булған 98 йәшлек Малик Ағзам улы Ғайсин. Оло хөрмәткә лайыҡ ветеран бөгөн Яңы Ҡара ауылында ҡыҙы Миңзилә һәм кейәүе Рәдис Рамазан улы Мөғтәбәровтарҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.

Малик ағай 1922 йылда Миңзада һәм Ағзам Ғайсиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсә туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә, ләкин ул ваҡыттағы аслыҡ йылдарын кисереп, алтыһы ғына үҫә. Ә бөгөн иһә Малик ағайҙың бер туған һеңлеһе — 89 йәшлек Әминә генә иҫән. Ул Тәтешле районы Ҡоҙаш ауылында йәшәй.
Малик Ағзам улы мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй. Ә бер йылдан һуң һуғыш башлана, һәм ул бер нисә айҙан һуң фронтҡа оҙатыла. Силәбе өлкәһендәге уҡытыу үҙәгендә хәрби эш ҡағиҙәләрен өйрәнгәндән һуң, 1942 йылдың мартында Көнбайышҡа оҙатыла. Был саҡта Ленинград янындағы хәл бик ауыр була. Дошман ҡалаға юлды киҫкәнгә, Ладога күле ҡала менән берҙән-бер элемтә юлы була. Ҡалала башланған ҡот осҡос аслыҡ беренсе ҡышта уҡ йөҙҙәрсә мең кешенең ғүмерен өҙә. "Был тормошомда кисерергә тура килгән иң ауыр ваҡыт — үлемдең һәр саҡ йәнәшәлә булыуын тойоу һәм һәр минуттың һуңғыһы булырға мөмкинлеген белеү. 1943 йылда снаряд күлгә төшөп шартлап, иптәштәрем менән боҙло һыуҙа ҡалдыҡ. Нисек иҫән ҡалыуымды бер Хоҙай белә, шунда ныҡ туңдым. Йәй көндәрендә лә аяҡтарым өшөүе, кейеҙ итек кейеп йөрөргә мәжбүр булыуым әленән-әле ошо ваҡиға тураһында хәтерләтеп тора. Нисек кенә ауыр булмаһын, Ленинградты дошманға бирергә тура килер, тигән уй башыбыҙҙа булманы", — тип һөйләгәйне бер нисә йыл элек Малик ағай һуғыш йылдарын.
Малик Ағзам улы хеҙмәт иткән 131-се Ропшинск Ҡыҙыл байраҡлы уҡсылар дивизияһы дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә күп юғалтыуҙар кисерә. Яҡташыбыҙға ла ауыр контузия алып, алты ай буйы госпиталдә дауаланырға тура килә. Унан йәнә фронтҡа оҙатыла. 1944 йылда беҙҙең ғәскәр һөжүмгә күсеп, блокада өҙөлә. Дивизия Эстония, Латвия, Литваны азат итә. Бөтә һуғыш мәхшәрен үтеп, өлкән лейтенант Малик Ғайсин Еңеү көнөн азат ителгән Литвала ҡаршы ала. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ленинградты обороналаған өсөн”, "Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Малик Ағзам улы тыуған яғына ҡайтҡас, 45 йыл ғүмерен үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. Ситтән тороп Бөрө педагогия училищеһын, артабан Ижевск педагогия институтын тамамлай. Тәүҙә тарих уҡытыусыһы, артабан 35 йыл мәктәп директоры була. Нәҡ уның етәкселегендә һәм тырышлығында 1965 йылда ауылда яңы мәктәп төҙөлә. Ул саҡта һигеҙ йыллыҡ була. Шулай бар ғүмерен район мәғарифын үҫтереүгә, ауылда балаларға белем алыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу өсөн бағышлай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн "Халыҡ мәғарифы отличнигы" тигән юғары исемгә лайыҡ. Малик Ағзам улы 1983 йылда хаҡлы ялға сыға. Ауылдаштары уны алыштырғыһыҙ директор, әҙәпле, намыҫлы кеше булғаны өсөн хөрмәт итә.
“Атайым бик тынғыһыҙ, талапсан кеше булды. Ул бер ваҡытта ла тәмәке тартманы, спиртлы эсемлектәр эсмәне, һәр саҡ сәләмәт тормош алып барҙы һәм шуның менән беҙгә өлгө булып торҙо. Яңы мәктәп төҙөткән йылдарҙа өйгә ҡайтып та инмәй торғайны. Ул саҡтарҙа районыбыҙ Ҡариҙел районына ҡарай ине. Төҙөлөш мәсьәләләре буйынса гел унда йөрөнө. Асҡынға тиклем гел ат менән сығып китер ине. Ул йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнашты. Күп йылдар Коммунистар партияһының беренсел ойошмаһы секретары, шулай уҡ ауыл Советы депутаты ла булды, һайлау комиссияһы рәйесе лә ине, иптәштәр судында ла торҙо. Ҡыҫҡаһы, беҙ атайымды өйҙә бик һирәк күрә торғайныҡ, ул һәр саҡ эштә, халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышты. Беҙҙе башлыса әсәйем тәрбиәләне. Хәтеремдә: кистәрен атайым ҡосаҡ-ҡосаҡ килгән гәзит-журналдарҙы уҡый торғайны. Ҡайһы берҙәрен беҙгә лә уҡый, нимәлер аңлата... — тип атаһының фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән йылдарын иҫкә төшөрҙө 35 йыл математика уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Миңзилә апай. – Уҡытыусы булғанғалырмы, атайым балалар менән уртаҡ тел тиҙ тапты. Хәллерәк, йөрөй алған сағында уҡыусылар менән осрашыуҙарға ла бара ине. Һуңғы ваҡытта балалар, уҡытыусылар, етәкселәр үҙҙәре өйгә килеп, атайымдың хәлен белеп, һөйләшеп ултыра. Бына әле ошо коронавирус инфекцияһы менән бәйле өйҙә үҙебеҙ генә. Туғандар ҙа телефон аша ғына хәл белешеп тора”.
Малик Ағзам улы ғаиләһе менән дә бәхетле. 1946 йылда ул Мәүлиә Ғилфан ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Тормош иптәше менән биш бала — дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер биреп, үҙҙәре өлгөһөндә тырыш, уңған, аҡыллы, белемле итеп үҫтерәләр. Балаларының барыһы ла бөгөн иҫән-һау, матур итеп донъя көтә, үҙҙәре күптән өләсәй-олатай булған. Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡорған донъяларына, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп кенә йәшәр саҡта тормош иптәше Мәүлиә Ғилфан ҡыҙы 1985 йылда, 59 йәшендә, донъя ҡуя. Малик ағай Нефтекама ҡалаһына улы янына күсеп китә. Асҡын ауылында йәшәүсе ҡыҙы Фәнзимә һәм кейәүе Флүс тәрбиәһендә лә йәшәп ала, ә 2015 йылдың көҙөнән башлап ул Яңы Ҡара ауылында Миңзилә ҡыҙы һәм Рәдис кейәүенең ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәй. Бөгөн ветерандың 12 ейән-ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәре, бер тыуасары ( праправнук) бар.
Бөгөнгө тыныс тормош өсөн утты-һыуҙы кискән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, барыбыҙға ла Тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ, намыҫлы, сәләмәт йәшәү өлгөһө булып тора.
Наилә Имаева.

Читайте нас в