Бөтә яңылыҡтар

Ветерандарға - ҡотлау һәм күстәнәс!

Төлгөҙбаш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтегәрәй Зиннәтулла улы Ғизәтуллинды район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин ҡотлап, "Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә!" акцияһы сиктәрендә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырҙы.



Республикала һәм районыбыҙҙа “Һеҙгә, туғандар!” исемле проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул Бөтә Рәсәй “Беҙ бергә” акцияһы сиктәрендә ойошторола. Проект Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған һәм республикала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән ( 932 кеше). Тупланмала емеш-еләк, консерва, ит һәм балыҡ изделиелары, тәмлекәстәр, Башҡортостанда сығарылған продукция - сыр, бал һәм башҡалары бар.

Бөгөн ошондай күстәнәсте Төлгөҙбаш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтегәрәй Зиннәтулла улы Ғизәтуллин да алды. Ветеранды ҡотларға район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин менән Асҡын ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Илгиз Азһар улы Васфиев та килгәйне. Ветерандың хәлен белгәндә хәүефһеҙлек саралары үтәлде.

Утты-һыуҙы кискән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 93 йәшлек Бәхтегәрәй Зиннәтулла улы тормош иптәше Наилә Закирйән ҡыҙы менән 61 йыл татыу ғүмер итеп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Тыныс тормошта икеһенең дә ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә лайыҡлы үткән. Бөгөн инде улар һигеҙ ейән-ейәнсәренә, ике бүлә-бүләсәренә һөйөклө олатай һәм өләсәй булып, бәхетле ғүмер кисерә.

Наилә Имаева.

Читайте нас: